Башҡортостан Башлығына тура эфирға бирелгән һорауҙар араһында сәйәсиҙәре лә байтаҡ. Мәҫәлән, бер юлы ике журналист яңы Хөкүмәт формалашыуы һәм Премьер-министр вазифаһы тураһында һораны. Билдәле булыуынса, әлеге ваҡытта бөтә министрҙар ҙа “вазифа башҡарыусы” булараҡ эшләй. Радий Фәрит улы әйтеүенсә, әлеге ваҡытта Башҡортостанда бер ниндәй ҙә власть вакуумы юҡ. Башҡортостан Башлығы аңлатыуынса, ҙур булмаған нескәлектәр бар. Атап әйткәндә, хәҙер министрҙарҙың күбеһе, ҡануниәткә ярашлы, оҡшаш федераль министрлыҡтарҙа килешеү процедураһын үтә. Хөкүмәттең яңы составында улар барыһы ла тиерлек үҙ эштәрен дауам итәсәк, сөнки ҡуйылған бурыстарҙы үтәйҙәр. “Саҡ ҡына сабыр итегеҙ. Тиҙҙән хөкүмәттең яңы составы раҫлана”, – тип өҫтәне Радий Хәбиров. Андрей Назаров тураһында яуап биреп, ул Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры вазифаһында эшен дауам итәсәк, уның бының өсөн көсө лә, теләге лә бар, тине. “Хөкүмәт, минеңсә, ҡуйылған бурыстарҙы һәйбәт үтәй. Уларға ғәҙәти булмаған шарттарҙа эшләргә һәм с