Әлеге ваҡытта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың тура эфиры бара. Уға һорауҙарҙы алып барыусылар ҙа, Республикаға идара итеү үҙәгендә ултырған журналистар ҙа һәм алдан һорау ебәргән республика халҡы ла бирә. Республиканың Халыҡ фронты рәйестәше, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Шамил Вәлиев Өфөләге Урмансылар паркына бәйле һорау бирҙе. Ул парк тирәләй күп ҡатлы йорттар барлыҡҡа килмәҫме тигән борсолоу белдерҙе. Радий Фәрит улы әйтеүенсә, парк әлеге ваҡытта үҙенең икенсе һулышын кисерә. – Бик матур урын, Өфөнөң йөҙөк ҡашы, кешеләр унда күпләп йөрөй. Парк булараҡ уның үҫеш сиктәре юҡ. Ул федераль ҡануниәт яғынан юғары кимәлдә һаҡлана, унда ҡала урмандары, был бик етди факт, – тип аңлатты Радий Хәбиров. – Бер кем дә ниндәй ҙә булһа аҙымдар яһамаҫ тип уйлайым. Бөгөн мин унда булдым, кешеләр менән аралаштым, саф һауала йөрөнөм. Кешеләр күп һәм парк та матур. Урмансылар паркын тәртипкә килтерҙек, төп бурысты башҡарҙыҡ: юлдар, яҡтыртыу, таҙалыҡ, тәртип. Өфө артабан да үҫешергә тейеш. Па