Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Креатив индустрия яңы үҫеш ала

3 декабрҙә Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Креатив иҡтисад” автономиялы коммерцияға ҡарамаған ойошма етәксеһе Марина Монгуш менән осрашты. Яҡтар төбәктә креатив индустрия үҫеше перспективалары тураһында һөйләште, иҡтисадтың был секторының проекттарын тормошҡа ашырыу өсөн хеҙмәттәшек тураһында килешеү төҙөнө. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, быйыл 8 августа Рәсәй Президенты Владимир Путин “Рәсәй Федерацияһында креатив индустриялар үҫеше тураһында” федераль законға ҡул ҡуйҙы. Уның маҡсаты – ижади һәм интеллектуаль потенциалды файҙаланыу нигеҙендә үҙмәшғүллек өсөн шарттар тыуҙырыу. Дәүләт башлығы иҡтисадтың креатив индустрия өлөшөн алты процентҡа тиклем арттырыу бурысын ҡуйҙы. Башҡортостанда был тармаҡ 17 йүнәлеште берләштерә, уға музыка, кино, анимация, видеоуйындар, дизайн, архитектура, мәҙәни мираҫ, гастрономия инә. Республикала тейешле концепцияны раҫланылар һәм креатив индустрия үҫешенең төбәк стандартын тормошҡа ашырыуға ҡушылдылар. Быны стратегия башланғыстар агентлығ

3 декабрҙә Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Креатив иҡтисад” автономиялы коммерцияға ҡарамаған ойошма етәксеһе Марина Монгуш менән осрашты. Яҡтар төбәктә креатив индустрия үҫеше перспективалары тураһында һөйләште, иҡтисадтың был секторының проекттарын тормошҡа ашырыу өсөн хеҙмәттәшек тураһында килешеү төҙөнө. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, быйыл 8 августа Рәсәй Президенты Владимир Путин “Рәсәй Федерацияһында креатив индустриялар үҫеше тураһында” федераль законға ҡул ҡуйҙы. Уның маҡсаты – ижади һәм интеллектуаль потенциалды файҙаланыу нигеҙендә үҙмәшғүллек өсөн шарттар тыуҙырыу. Дәүләт башлығы иҡтисадтың креатив индустрия өлөшөн алты процентҡа тиклем арттырыу бурысын ҡуйҙы. Башҡортостанда был тармаҡ 17 йүнәлеште берләштерә, уға музыка, кино, анимация, видеоуйындар, дизайн, архитектура, мәҙәни мираҫ, гастрономия инә. Республикала тейешле концепцияны раҫланылар һәм креатив индустрия үҫешенең төбәк стандартын тормошҡа ашырыуға ҡушылдылар. Быны стратегия башланғыстар агентлығы күҙ уңында тота. Быйыл октябрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм Стратегия башланғыстар агентлығы генераль директоры Светлана Чупшеваның республиканың креатив берләшмәһе вәкилдәре менән осрашыуы уҙғарылды. Марина Монгуш менән әңгәмәләшеү барышында төбәк етәксеһе Башҡортостан өсөн ижади проекттар үҫешенең мөһимлеген билдәләне. -Беҙ креатив индустриялар темаһы менән әүҙем шөғөләнәбеҙ. Был ижади таланттарҙы һәм идеяларҙы иҡтисади яҡҡа күсереү өсөн уникаль мөмкинлек. Әлегә тулайым төбәк продукты секторының өлөшө ике процент тәшкил итә, 2030 йылға был күрһәткесте алты процентҡа күтәреү маҡсаты тора, - тине Радий Хәбиров. Фото: Башҡортостан Башлығы сайтынан.