Бөгөн Халыҡ-ара инвалидтар көнө билдәләнә: ул беҙгә тағы бер тапҡыр һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгәндәрҙең хоҡуҡтары, гарантиялары тураһында иҫкәртә. Кем эшләй, уларға хеҙмәт өлкәһендәге төрлө һорауҙар, әлбиттә, көнүҙәк. Ә бына инвалидлыҡ төркөмө булғандарға, бигерәк тә хеҙмәт стажы булғандарға был көнүҙәк. Әгәр шулай икән, ниндәй ташламаларға өмөт итергә мөмкин? Бының өсөн нимә эшләргә кәрәк? Ошондай һорауҙарға Башҡортостандың Хеҙмәт инспекцияһы етәксеһе урынбаҫары Оксана ВАНСКОВА яуап бирҙе. - Хеҙмәт килешеүен рәсмиләштереүгә килгәндә, һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кеше башҡалар кеүек үк шундай уҡ документтарҙы тапшыра. Медицина-социаль экспертиза бюроһы биргән инвалидлыҡ тураһындағы белешмәне һәм шәхси реабилитациялау йәки абилитациялау программаһын (ИПРА) үҙ теләге буйынса ғына күрһәтә ала. Инвалид квота иҫәбенә алынһа йәки эш биреүсе уның өсөн айырым хеҙмәт урыны булдырһа, етәкселек медицина документтарын һорай ала. Әгәр хеҙмәткәр шәхси реабилитациялау йәки абилитациялау программаһ