“Матур фотография” фотолар конурсы үткәрелә. Был сарала һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгәндәр һәм һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән бала тәрбиәләгән ғаиләләр ҡатнаша ала. Бының өсөн 10 декабргә тиклем ғаиләгеҙҙең йәки ғаилә ағзаһының ҡалағыҙҙың, районығыҙҙың, ауылығыҙҙың ижтимағи һәм социаль-мәҙәни тормошонда ҡатнашҡан ваҡытта төшөрөлгән фотографияны “Бәйләнештә” төркөмөнә һалығыҙ. Фотография эргәһенә #милаяфотография_неделязаботырб һәм #годзаботы2024 тип яҙығыҙ. Бынан тыш, һеҙҙең аккаунт асыҡ булырға тейеш. 11 декабрҙә осраҡлы рәүештә һайласаҡ һәм уға Яңы йыл сувениры тапшырыласаҡ. Отош тураһындағы мәғлүмәт 12 декабрҙә #минтрудрб социаль селтәрҙәге ресурстарында буласаҡ. Ғаилә альбомығыҙға күҙ һалығыҙ һәм флешмобҡа ҡушылығыҙ. Сығанаҡ, фото: БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы.