Башҡортостан Башлығы менән тура бәйләнеш барышында Радий Хәбиров башҡорт киноһына артабан да ярҙам күрһәтергә вәғәҙә бирҙе. Республиканың Яҙыусылар союзы рәйесе Айгиз Баймөхәмәтов башҡорт киноһына ярҙам һәм башҡорт яҙыусыларының әҫәрҙәре буйынса фильмдар төшөрөү мөмкинлеге тураһында һорау бирҙе. – Гранттар йыл һайын бүленәсәк. Унда шедеврҙар барлыҡҡа килһә, ҡараясаҡбыҙ. Төрлө кинолар бар: бик аҙ аҡсаға төшөрөлгән кино бар, ул еңел ҡарашлы, етдиерәк нәмәләр бар. “Һеңлекәш”те лә башҡорт киноһы тип атайбыҙ, ул – сағыу фильмдарыбыҙҙың береһе, “Өфөнән һөйөү менән”, “Шағир көндәлеге” – былар барыһы ла бик ҡыҙыҡлы һәм яҡшы. Хәҙер башҡорт киноһы ренессанс кисерә, - тип йомғаҡ яһаны Радий Хәбиров. Фото: "Башинформ".