Өфөнән шәфҡәт туташы-анастезист Татьяна Киняпина: “Бурысым – кешеләрҙе яҡлау, уларҙың ғүмерен һаҡлау өсөн барыһын да эшләү”, - ти. Ул былтыр йәй махсус хәрби операция зонаһына контракт буйынса киткәйне. “Танкер”, бәләкәй сержант, “Башҡортостан” мотоуҡсылар полкының Әхмәт Дәүләтов исемендәге медицина ротаһының өлкән шәфҡәт туташы махсус хәрби операция башланған көндәрҙә үк алғы һыҙыҡта хеҙмәт итеү тураһында уйлана башлаған. Тик Рәсәйҙең Оборона министрлығы менән контракт төҙөгәнгә, барыһында ныҡлап уйлағанға тиклем бер йыл тирәһе ваҡыт үткән. Белеүебеҙсә, Башҡортостанда контракт буйынса хәрби хеҙмәткә йыйыу дауам итә. Мобиль пункттар республиканың барлыҡ ҡала һәм райондарында эшләй. Бында йыйыу тәртибе, льготалар һәм түләүҙәр тураһында консультация бирәләр, ниндәй документтар кәрәклеген аңлаталар. Дәүләт менән килешеүҙе пенсияға сыҡҡан запастағы хәрбиҙәр, саҡырыу буйынса сроклы хеҙмәттән һуң эшенән киткәндәр, шулай уҡ армияла булмаған, ләкин юғары йәки урта профессиональ белем алған ир-