Саҡмағош районы халҡы махсус хәрби операцияла хеҙмәт иткән яҡташтары өсөн 28-се гуманитар ылау оҙатты. Уның составында ике “УАЗ” автомобиле, маскировка селтәрҙәре, генераторҙар, инструменттар һәм приборҙар, ит һәм башҡа аҙыҡ-түлек, өйҙән күстәнәстәр һәм башҡа күп әйберҙәр. Гуманитар ярҙам туплауҙа ауыл хужалығы предприятиелары, ойошмалар, эшҡыуарҙар, ауыл биләмәләре халҡы, яҡташтары, ирекмәндәр ярҙам иткән. – Оҙон юл үтергә тура килде, әммә беҙ алғы һыҙыҡтағы яҡташтарыбыҙға ярҙам итеүҙең ни тиклем мөһим икәнлеген яҡшы аңлайбыҙ. Улар менән осрашып, бөтә әйберҙәрҙе лә үҙ ҡулдарыбыҙ менән тапшырҙыҡ. Беҙҙең маршрут беҙҙең яҡташтар хеҙмәт иткән бөтә фронт һыҙығы буйлап тиерлек барҙы. Беренсе көндә Луганск Халыҡ Республикаһы биләмәһендә булдыҡ. Яугирҙәр менән осрашыуыма шатмын, аралаштыҡ, уларҙың үтенестәрен һәм һорауҙарын ишеттек. Гуманитар ярҙамды – генераторҙарҙы, төндә ҡарау ҡорамалын, маскировка селтәрҙәре, окоп шәмдәре, инструменттарҙы, аҙыҡ-түлек посылкаларын яугирҙәрҙең ҡулдарына ш