Найти в Дзене

Ҡушыйҙа - Ҡаҙ өмәһе

Республиканың һәр төбәгендә ҡаҙ өмәләре гөрләй. Халҡыбыҙҙың борондан килгән ғөрөф-ғәҙәттәре, йолалары бөгөн дә ауылдарҙа һаҡланып ҡалыуы матур күренеш. Ошо көндәрҙә Әбйәлил районының Ҡушый ауылында йәшәгән Илүзә һәм Марсель Килдейәровтар ҡаҙ өмәһе үткәргән. Уңған ғаилә йыл һайын бик күп ҡош-ҡорт алып көтә. Быйыл Килдейәровтар 24 ҡаҙ, 50 өйрәк, 30 бройлер тауыҡ үҫтергән.Ҡаҙ өмәһенә хужалар күршеләрен, туғандарын йыйған. Әйткәндәй, Килдейәровтар 6 бала тәрбиәләп үҫтергәндәр. Улар ата- әсә нигеҙен һыуытмай, бөтә туғандарын, балаларын, ейән-ейәнсәрҙәрен йыйып, гел генә ҡунаҡ итәләр.Ауылдың мәҙәниәт йорто директоры Фәнүзә Дәүләтова тарафынан Ҡаҙ өмәһенә бәйле төрлө йола күрһәтелгән, ырымдар -юрауҙар башҡарылған. Аҙаҡ уңған хужабикәләр ҡаҙ түшкәләрен йылғаға алып барып сайҡаған. Көйәнтәләргә ҡаҙ түшкәләре элгән ҡатын-ҡыҙҙарҙың бер урам булып йырлашып үтеүҙәрен ауыл халҡы ҙур ҡыҙыҡһыныу менән ҡарап ҡалған. Ни тиһәң дә халҡыбыҙҙың һәр бер йолаһы матур, үҙенсәлекле, йыр-моңло үтә шул. Ә һеҙҙе я

Республиканың һәр төбәгендә ҡаҙ өмәләре гөрләй. Халҡыбыҙҙың борондан килгән ғөрөф-ғәҙәттәре, йолалары бөгөн дә ауылдарҙа һаҡланып ҡалыуы матур күренеш. Ошо көндәрҙә Әбйәлил районының Ҡушый ауылында йәшәгән Илүзә һәм Марсель Килдейәровтар ҡаҙ өмәһе үткәргән. Уңған ғаилә йыл һайын бик күп ҡош-ҡорт алып көтә. Быйыл Килдейәровтар 24 ҡаҙ, 50 өйрәк, 30 бройлер тауыҡ үҫтергән.Ҡаҙ өмәһенә хужалар күршеләрен, туғандарын йыйған. Әйткәндәй, Килдейәровтар 6 бала тәрбиәләп үҫтергәндәр. Улар ата- әсә нигеҙен һыуытмай, бөтә туғандарын, балаларын, ейән-ейәнсәрҙәрен йыйып, гел генә ҡунаҡ итәләр.Ауылдың мәҙәниәт йорто директоры Фәнүзә Дәүләтова тарафынан Ҡаҙ өмәһенә бәйле төрлө йола күрһәтелгән, ырымдар -юрауҙар башҡарылған. Аҙаҡ уңған хужабикәләр ҡаҙ түшкәләрен йылғаға алып барып сайҡаған. Көйәнтәләргә ҡаҙ түшкәләре элгән ҡатын-ҡыҙҙарҙың бер урам булып йырлашып үтеүҙәрен ауыл халҡы ҙур ҡыҙыҡһыныу менән ҡарап ҡалған. Ни тиһәң дә халҡыбыҙҙың һәр бер йолаһы матур, үҙенсәлекле, йыр-моңло үтә шул. Ә һеҙҙе яҡтарҙа Ҡаҙ өмәләре дауам итәме? Әйҙәгеҙ, матур фотоларығыҙ менән бүлешегеҙ әле. Фото: Фәнүзә Дәүләтова