Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Уларҙың ихтыяжы һаман ҙур

2 декабрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров аҙналыҡ оператив кәңәшмә үткәрҙе. Унда коммерцияға ҡарамаған баҡсасылар ширҡәттәренә республика ярҙам сараларына ихтыяж тикшерелде. Республика вице-премьеры - ауыл хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Илшат Фәзрахманов Башҡортостанда бөтәһе 1,5 мең самаһы коммерцияға ҡарамаған баҡсаларҙың эшләүе хаҡында һөйләне. Уларҙа 424 меңдән ашыу участка тупланған. 2022 - 2024 йылдарҙа 473 баҡсасылыҡ ширҡәте дәүләт ярҙамы алды. Был маҡсатҡа республика бюджетынан 576 миллион һум йүнәлтелгән. Мәҫәлән, өс йылда 212 коммерцияға ҡарамаған баҡсасылыҡ ширҡәтенә инә торған 84 саҡрым юл ремонтланған, 62 коммерцияға ҡарамаған баҡсасылыҡ ширҡәтендә 11 410 күсмә электр энергияһын иҫәпләү приборы ҡуйылған. Бынан тыш, 189 коммерцияға ҡарамаған баҡсасылыҡ ширҡәте эске инфраструктураны яҡшыртыуға сығымдарҙы ҡаплай алды - был тәү сиратта беренсел янғын һүндереү сараларын һатып алыу һәм ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар майҙансыҡтарын йыһазландырыу. Был эштә Өфө ҡалаһы, Өфө, И

2 декабрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров аҙналыҡ оператив кәңәшмә үткәрҙе. Унда коммерцияға ҡарамаған баҡсасылар ширҡәттәренә республика ярҙам сараларына ихтыяж тикшерелде. Республика вице-премьеры - ауыл хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Илшат Фәзрахманов Башҡортостанда бөтәһе 1,5 мең самаһы коммерцияға ҡарамаған баҡсаларҙың эшләүе хаҡында һөйләне. Уларҙа 424 меңдән ашыу участка тупланған. 2022 - 2024 йылдарҙа 473 баҡсасылыҡ ширҡәте дәүләт ярҙамы алды. Был маҡсатҡа республика бюджетынан 576 миллион һум йүнәлтелгән. Мәҫәлән, өс йылда 212 коммерцияға ҡарамаған баҡсасылыҡ ширҡәтенә инә торған 84 саҡрым юл ремонтланған, 62 коммерцияға ҡарамаған баҡсасылыҡ ширҡәтендә 11 410 күсмә электр энергияһын иҫәпләү приборы ҡуйылған. Бынан тыш, 189 коммерцияға ҡарамаған баҡсасылыҡ ширҡәте эске инфраструктураны яҡшыртыуға сығымдарҙы ҡаплай алды - был тәү сиратта беренсел янғын һүндереү сараларын һатып алыу һәм ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар майҙансыҡтарын йыһазландырыу. Был эштә Өфө ҡалаһы, Өфө, Иглин, Шишмә һәм Ҡырмыҫҡалы райондарынан баҡсасылыҡ ширҡәттәре әүҙем ҡатнашты. Башҡортостан Рәсәйҙә тәүге тапҡыр коммерцияға ҡарамаған баҡсасылыҡ ширҡәте биләмәһендә даими йәшәгәндәр өсөн бушлай шәхси янғын тураһында иҫкәртеүсе приборҙар ҡуя башланы, тип билдәләне Илшат Фәзрахманов. 2023 йылдан алып 2 360 хәбәр итеү ҡоролмаһы ҡуйылған. Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡушыуы буйынса социаль газ үткәреү программаһы баҡсасылыҡ ширҡәттәренә лә ҡағыла. 425 коммерцияға ҡарамаған баҡсасылыҡ ширҡәтендәге 14 994 йорт кәрәкле шарттарға тап килә. Халыҡтан 2 013 ғариза ҡабул ителгән, 1 597 килешеү төҙөлгән. 205 участкаға газ үткәрелгән, 79 коммерцияға ҡарамаған баҡсасылыҡ ширҡәтендәге 136 йортҡа зәңгәр яғыулыҡ килгән дә инде. 2024 йылда Башҡортостандың иң яҡшы 10 баҡсасылыҡ ширҡәте конкурс һайлап алыуы йомғаҡтары буйынса 500-әр мең һум республика Башлығы грантын алды. Был аҡсаларҙы улар коммерцияға ҡарамаған баҡсасылыҡ ширҡәттәре биләмәһен үҫтереүгә һәм төҙөкләндереүгә йүнәлткән, шул иҫәптән видеокамералар, автоматик ҡапҡалар, балалар майҙансыҡтары ҡуйған. Төбәк етәксеһенең йөкләмәһенә ярашлы, 2025 йылда гранттар һаны 20-гә тиклем арттырыла. 2030 йылға тиклем республиканың барлыҡ коммерцияға ҡарамаған ойошмаларында контейнер майҙансыҡтарын булдырыу, 200-ҙән ашыу коммерцияға ҡарамаған баҡсасылыҡ ширҡәттәрен газ менән тәьмин итеү селтәренә тоташтырыу һәм баҡса ширҡәттәре ағзалары менән 200 мең туранан-тура килешеү төҙөү күҙаллана. Баҡсасыларҙың рәсми сығанаҡтарындағы барлыҡ көнүҙәк мәғлүмәтте “Минең баҡсам – Башҡортостан” телеграм-каналында табырға мөмкин, тип иҫкә төшөрҙө Илшат Фәзрахманов. Республика Башлығы муниципалитет етәкселәренә баҡсасылар менән кәрәкле документтарҙы әҙерләү эшен әүҙемләштерергә ҡушты. – Беҙ ойоштороу документтарын тәртипкә килтергән һәм юлдарын балансҡа ҡуйған коммерцияға ҡарамаған баҡсасылыҡ ширҡәттәренә генә аҡса бирергә һөйләштек. Баланста тормаған юлдарға бюджет аҡсаһын тотона алмайбыҙ, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Радий Хәбиров. - Баҡсасыларға ярҙам итеү программаһының ситуатив түгел, ә оҙайлы ваҡытҡа иҫәпләнгәнен аңлау мөһим. Халыҡ коммерцияға ҡарамаған ойошмаларҙан бер нәмә лә һорамайбыҙ, ә бары тик аҡса менән генә киләбеҙ. Иң мөһиме - үҙ документтарығыҙҙа тәртип урынлаштырығыҙ. Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.