Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Таныйһығыҙмы? Ул туғандарын табыуҙарын һорай

Был ҡыҙ, Вишневкаға барып етмәйенсә, Мирный ҡасабаһы араһындағы трассала авариянан һуң хәтерен юғалта. Был хаҡта социаль селтәрҙәге шаһиттар хәбәр итте. "Башҡортостандан ҡыҙ бер үҙе китеп бара ине. Фамилияһын да, исем дә белмәй, нисә йәштә булыуын әйтә алмай. Башта ул Воздвиженканан тип әйтте. Телефон асылмай. Туғандарын табыуҙарын һорай”, - тип хәбәр итте ваҡиғаның шаһиты. Водитель машинаға идараны юғалтып, транспорт юл ситенә әйләнеп ятҡан. Шаһиттар зыян күреүсенең умыртҡа һөйәге һынған, тип фаразлай. “Башинформ” агентлығының сығанағы хәбәр итеүенсә, алдан Ырымбур өлкәһендә юл-транспорт ваҡиғаһы булған – аварияла Хәйбулла районында йәшәүсе ҡатын зыян күргәндер, тигән фекер ҙә бар. Фото сығанағы: Новости Башкирии