Әлеге ваҡытта гәзит-журналдарға яҙылыуҙың иң ҡыҙған мәле, сөнки Рәсәй почтаһы 2 - 12 декабрҙә ун көнлөк иғлан итте – ташламалы хаҡҡа гәзит-журналдарға яҙылырға була. Шулай уҡ был мөмкинлекте файҙаланып, “Яңы йылға “Башҡортостан” гәзитен бүләк ит!” акцияһына ҡушылып, үҙегеҙҙең яҡындарығыҙға, атай-әсәйегеҙгә, махсус хәрби операцияла хеҙмәт иткән яугирҙәр ғаиләләренә, мохтаждарға “Башҡортостан” гәзитен бүләк итә алаһығыҙ. Мәҫәлән, бөгөн Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес Исмәғилев “Яңы йылға “Башҡортостан” гәзитен бүләк ит!” акцияһына ҡушылып, Әбйәлил районының Салауат ауылында урынлашҡан хосписҡа 2025 йылға “Башҡортостан” гәзитенә йыллыҡ подписка бүләк итте. – Былтыр был хосписҡа башҡорт телендә сыҡҡан барлыҡ гәзит-журналдарҙы яҙҙырттым. Әле лә “Яңы йылға “Башҡортостан” гәзитен бүләк ит!” акцияһына ҡушылдым. Хөрмәтле милләттәштәр, телебеҙҙе, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙҙе, рухыбыҙҙы һаҡлап ҡалайыҡ тип янһағыҙ, тәү сиратта үҙебеҙҙең милли матбуғатҡа яҙылығыҙ, “Башҡортостан” гәзитенән айы