Найти в Дзене

"Потеряшка”, тиҙерәк еңеү менән тыуған яғыңа әйләнеп ҡайт!

Ике йылдан ашыу махсус хәрби операцияла хеҙмәт иткән егеттәр бер-бер артлы ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайта. Уларҙың араһында Урғалы ауылынан “Потеряшка” позывнойлы яугир ҙә бар. Ялға ҡайтҡан һайын ул мотлаҡ ауыл советы хакимиәтенә килеп, ауылдағы эштәр һәм проблемалар менән ҡыҙыҡһына. “Был юлы ла уның менән осрашыу бик ихлас үтте. Ул үҙенең нисек хеҙмәт итеүе, хеҙмәттәштәре тураһында һөйләне. Яңыраҡ яҡташыбыҙ шәхси батырлығы өсөн Суворов миҙалы менән наградланған. Беҙ быны ишетеп бик ҡыуандыҡ, уға һаулыҡ, яҡшы кәйеф теләнек. Был награда өсөнсөһө инде, сираттағы миҙал менән уны ысын күңелдән ҡотлайбыҙ!” – тип яҙа ғорурланып Урғалы ауыл советы башлығы Гөлнара Бикмөхәмәтова. Ауылдаштары уға яҡшы ял, көс һәм сәләмәтлеген нығытыуын теләй. ”Потеряшка”, тиҙерәк еңеү менән тыуған яғыңа әйләнеп ҡайт, миҙалдарыңды тағып, ауыл советына тағы кил, тартынма!– ти улар. Фото: https://vk.com/gazetanovobelokatai