Баймаҡ районы уҙаманы Данис Аслаев быйыл 55 йәшен билдәләне. Юбилейын ул махсус хәрби операция биләмәһендә ҡаршыланы. Ил һағына яугир үҙ теләге менән баҫҡан. Советтар Союзы Геройы Сергей Зорин исемендәге танк батальоны, “Башҡортостан” 31-се мотоуҡсылар полкының 2-се танк ротаһы старшинаһы булараҡ, Данис Фазлетдин улы хеҙмәттәштәренең именлеге, хәрби әҙерлек кимәле өсөн яуаплы. Ротаның шәхси составын мөһим кәрәк-яраҡтар, боеприпастар менән ваҡытында тәьмин итеү ҙә уға йөкмәтелгән. Ҡ ырыҫ һәм хәүефле шарттарҙа хеҙмәт итеүенә ҡарамаҫтан, яугир тыуған районының тормошо менән ҡыҙыҡһынырға, йәмәғәт эшен алып барырға ла көсөн йәлләмәй. Мәҫәлән, Бөтә Рәсәй ”Хәрби туғанлыҡ” (“Боевое братство”) йәмәғәт ойошмаһының Баймаҡ районындағы бүлексәһенең әүҙем ағзаһы ул. Йәй аҙағы – көҙ башында сираттағы ялға ҡайтҡан сағында яҡташтары Данис Аслаевты Баймаҡ районы советы депутаты итеп һайланы. “Яуаплылыҡ һәм хәстәрлеклелек, тәүәккәллелек һәм ышаныслылыҡ Данис Фазлетдин улы өсөн буш һүҙҙәр түгел, ә төп тор