Башҡорт халҡының милли ризыҡтарының береһе тултырманы һәр төбәктә төрлөсә эшләйҙәр. Уны малдың үпкә-бауырынан, баш итенән дә әҙерләргә мөмкин. Әле ауылдарҙа һуғым һуйыу башланды, һәр йортта тултырма тығыла, табындарға итле ризыҡтар ҡуйыла. Мин өләсәйемдең тултырма эшләү сере менән уртаҡлашҡым килә, ул быға бигерәк тә оҫта ине. Уның ағас ороһонан эшләнгән ҙур табағы булды. Шуға бауыр-йөрәк, үпкә, майҙы һыуҙа сайҡатып, таҙалап һала ла, үткер бәләкәй тәпке менән ваҡ итеп турай (былай турауҙың үҙенә күрә өҫтөнлөктәре бар: беренсенән, ит турағыстың рәшәткәһе тимер һәм уның тәме аҙ булһа ла иткә күсеп, тәмен үҙгәртә, икенсенән, ағас табаҡта турағанда ит киҫәктәре эрерәк була, тимәк, структураһы ла һаҡлана. Белгестәр раҫлауынса, үтә ваҡланғанға ҡарағанда эрерәк киҫәкле ризыҡ кеше организмы өсөн файҙалыраҡ). Тултырма өсөн әҙер иҙмәне осо еп менән бәйләнгән эсәктәргә бушағыраҡ итеп тултыралар, сөнки бешкәндә эсәк тарая һәм ярылырға мөмкин. Икенсе осон да бәйләгәс, тултырманы ҡайнап торған