Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Хакимиәт башлығы МХО биләмәһенән ҡайтты

Көйөргәҙе районы хакимиәте башлығы Юлай Ильясов контракт ваҡыты уҙыу менән бәйле махсус хәрби операция зонаһынан ҡайтты һәм муниципалитет хакимиәте башлығы вазифаһында яңынан эш башланы. Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Хөкүмәттең аҙналыҡ кәңәшмәһе барышында уны генерал Шайморатов миҙалы менән бүләкләне. “Юлай Талха улы үҙ эшен тамамланы. Бер йыл ул махсус хәрби операцияла ҡатнашты, бик ҡатмарлы хәрби операциялар үткәрҙе. Ләкин һәр ваҡыт бәйләнештә булды, хәрби иптәштәр хаҡында һөйләне. Беҙ барыбыҙ ҙа һеҙгә ҙур рәхмәт белдерәбеҙ. Һеҙ, муниципаль хеҙмәткәр булараҡ, чиновник булараҡ, шундай ҡарар ҡабул иттегеҙ һәм беҙҙең егеттәргә ярҙам итергә юлландығыҙ”, – тине Радий Хәбиров. Билдәле булыуынса, "Самурай" позывнойы алған Юлай Ильясов МХО биләмәһенә 2023 йылдың ноябрендә китергә ҡарар иткәйне. Ә уға тиклем әллә нисә тапҡыр алғы һыҙыҡҡа гуманитар йөк алып барҙы. Ул БПЛА менән идара итергә өйрәнде. Радий Хәбиров шулай уҡ Көйөргәҙе районы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Азам

Көйөргәҙе районы хакимиәте башлығы Юлай Ильясов контракт ваҡыты уҙыу менән бәйле махсус хәрби операция зонаһынан ҡайтты һәм муниципалитет хакимиәте башлығы вазифаһында яңынан эш башланы. Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Хөкүмәттең аҙналыҡ кәңәшмәһе барышында уны генерал Шайморатов миҙалы менән бүләкләне. “Юлай Талха улы үҙ эшен тамамланы. Бер йыл ул махсус хәрби операцияла ҡатнашты, бик ҡатмарлы хәрби операциялар үткәрҙе. Ләкин һәр ваҡыт бәйләнештә булды, хәрби иптәштәр хаҡында һөйләне. Беҙ барыбыҙ ҙа һеҙгә ҙур рәхмәт белдерәбеҙ. Һеҙ, муниципаль хеҙмәткәр булараҡ, чиновник булараҡ, шундай ҡарар ҡабул иттегеҙ һәм беҙҙең егеттәргә ярҙам итергә юлландығыҙ”, – тине Радий Хәбиров. Билдәле булыуынса, "Самурай" позывнойы алған Юлай Ильясов МХО биләмәһенә 2023 йылдың ноябрендә китергә ҡарар иткәйне. Ә уға тиклем әллә нисә тапҡыр алғы һыҙыҡҡа гуманитар йөк алып барҙы. Ул БПЛА менән идара итергә өйрәнде. Радий Хәбиров шулай уҡ Көйөргәҙе районы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Азамат Сәйфуллинға хакимиәт башлығы вазифаһын үтәгән өсөн рәхмәт әйтте. Фото: "Башинформ".