Найти в Дзене

“Үкенәм. Ҡаты яза бирмәгеҙ...”

Быйыл көҙ республиканы тетрәндергән енәйәт ҡылынды. 2023 йылдың октябрендә 21 йәшлек егет наркотиктан иҫергән килеш 14 йәшлек һеңлеһен (әсәй - бер, атай башҡа) көсләй, һуңынан уны үлтерә. Енәйәт эҙҙәрен йәшереү өсөн ул кәүҙәне тәүҙә фатирҙа, ә төндә автомобилдең багажнигына йәшереп ҡуйған. Бынан тыш, ғәйепләнеүсе һеңлеһенең 35 мең һумлыҡ кеҫә телефонын, ҡолаҡсындарын һәм алтын алҡаһын урлаған. Уны ҡулға алғанда полиция хеҙмәткәрҙәре наркотик матдә тапҡан һәм тартып алған. Ошоға тиклем был эште тикшереү барҙы. Дәүләт ғәйепләүсеһе уны 23 йылға иркенән мәхрүм итеүҙе һәм ҡаты режимлы төрмәгә ултыртыуҙы талап итте. Уға “үлтереү” һәм “көсләү” статьяларынан тыш урлау һәм наркотик матдәләр һаҡлау статьялары ла өҫтәлгән. Бөгөн 22 йәшлек Сергей Пугачевҡа ҡарата суд ултырышы булды. Республиканың Юғары суды уны 21 йылға иркенән мәхрүм итте. Егет язаны ҡаты режимлы холоҡ төҙәтеү колонияһында үткәрәсәк. Бынан тыш, Башҡортостан Республикаһы судтарының берләшкән матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә,

Быйыл көҙ республиканы тетрәндергән енәйәт ҡылынды. 2023 йылдың октябрендә 21 йәшлек егет наркотиктан иҫергән килеш 14 йәшлек һеңлеһен (әсәй - бер, атай башҡа) көсләй, һуңынан уны үлтерә. Енәйәт эҙҙәрен йәшереү өсөн ул кәүҙәне тәүҙә фатирҙа, ә төндә автомобилдең багажнигына йәшереп ҡуйған. Бынан тыш, ғәйепләнеүсе һеңлеһенең 35 мең һумлыҡ кеҫә телефонын, ҡолаҡсындарын һәм алтын алҡаһын урлаған. Уны ҡулға алғанда полиция хеҙмәткәрҙәре наркотик матдә тапҡан һәм тартып алған. Ошоға тиклем был эште тикшереү барҙы. Дәүләт ғәйепләүсеһе уны 23 йылға иркенән мәхрүм итеүҙе һәм ҡаты режимлы төрмәгә ултыртыуҙы талап итте. Уға “үлтереү” һәм “көсләү” статьяларынан тыш урлау һәм наркотик матдәләр һаҡлау статьялары ла өҫтәлгән. Бөгөн 22 йәшлек Сергей Пугачевҡа ҡарата суд ултырышы булды. Республиканың Юғары суды уны 21 йылға иркенән мәхрүм итте. Егет язаны ҡаты режимлы холоҡ төҙәтеү колонияһында үткәрәсәк. Бынан тыш, Башҡортостан Республикаһы судтарының берләшкән матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, уны 18 йәше тулмаған үҫмерҙәр менән педагогик, тәрбиәүи һәм тренер-уҡытыу эшмәкәрлеге менән шөғөлләнеү хоҡуғынан 13 йылға мәхрүм иттеләр һәм ике йылға иркенән сикләнеләр. “Үкенәм, ҡаты язаға тарттырмауығыҙҙы һорайым”, - был ғәйепләнеүсенең хөкөм алдынан һуңғы һүҙҙәре ине. Фото: Башҡортостан Республикаһы судтарының берләшкән матбуғат хеҙмәтенән.