“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының “Һаулыҡ һаҡлауҙың берҙәм дәүләт мәғлүмәт системаһы нигеҙендә һаулыҡ һаҡлауҙа берҙәм һанлы контур булдырыу” төбәк программаһына ярашлы, Республика клиник йоғошло ауырыуҙар дауаханаһына амбулатор звеноның эш урындарын йыһазландырыу өсөн өс компьютер алынды. Был хаҡта Һаулыҡ һаҡлау министрлығы хәбәр итә. Автоматлаштырылған эш урындары медицина хеҙмәткәрҙәренә пациенттарҙы ҡабул итеүгә яҙырға, электрон карталарҙы алып барырға, льготалы дарыуҙарға рецептар, йүнәлтмәләр бирергә ярҙам итә. Шулай уҡ яңы техника ярҙамында телемедицина консультациялары үткәрергә мөмкин. –Ҡорамалдарҙы яңыртыу һәм яңы автомалаштырылған эш урындарын булдырыу һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә дәүләт мәғлүмәт системаһына тулыһынса күсергә мөмкинлек бирә. Был медицина учреждениеһына ҡағыҙ документтар әйләнешенән баш тартырға һәм эш процесын яйларға ярҙам итәсәк, – тине дауахананың баш табибы Азат Мөхәмәтйәнов Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май“ указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең т