“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының “Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә берҙәм дәүләт мәғлүмәт системаһы нигеҙендә һаулыҡ һаҡлауҙа берҙәм һанлы контур булдырыу” төбәк проектына ярашлы, Республика тире-венерологик диспансерына өс яңы компьютер комплекты алынды. Был хаҡта Һаулыҡ һаҡлау министрлығы хәбәр итә. Яңы ҡорамал Республика медицина мәғлүмәт-аналитика системаһы талаптарына тулыһынса яуап бирә. Ул табиптарға пациенттарҙы ҡабул итеүгә яҙырға, электрон медицина картаһын алып барырға, тикшереүҙәргә йүнәлтмә бирергә, телемедицина консультацияларын үткәрергә ярҙам итә. – Иҫкергән компьютерҙар яңы автоматлаштырылған эш урындары менән алмаштырыласаҡ. Был эш сифатын бермә-бер яҡшыртасаҡ, – тине диспансерҙың баш табибы Эдуард Камалов. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май“ указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә һанлы технологияларҙы индереү мөһим бурыстарҙың