Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Асҡар ауылында яңы мәктәп төҙөлөшө дауам итә

Әбйәлил районының Асҡар ауылында "Демография" милли проекты сиктәрендә Көнсығыш-1 биҫтәһендә 640 урынлыҡ яңы полилингваль мәктәп һәм 160 урынлыҡ балалар баҡсаһын төҙөү дауам итә. Буласаҡ объект урынында республиканың мәғариф һәм фән министрының беренсе урынбаҫары Альберт Йәримов ҡатнашлығында күсмә кәңәшмә уҙҙы. Мәсьәләләрҙе тикшереүҙә подряд һәм субподряд ойошмалары, шулай уҡ заказсы һәм уның төҙөлөш контроле өсөн яуаплы вәкиле ҡатнашты. Кәңәшмә барышында белем биреү учреждениеһы төҙөлөшөнә баһа бирелде, эштәрҙе тамамлау ваҡыты билдәләнде, инженер селтәрҙәренә тоташтырыу мәсьәләләре тикшерелде. Әлеге ваҡытта биләмәне төҙөкләндереү эштәре алып барыла. Балалар баҡсаһы сабыйҙар өсөн бар уңайлыҡтар менән йыһазландырылған: уңайлы бүлмәләр, музыка һәм физкультура залдары, медицина пункты, өҫтәмә белем биреү кабинеттары бар, унда уҡыусылар рус, башҡорт һәм инглиз телдәре нигеҙҙәрен өйрәнәсәк. "Яңы мәктәп, районыбыҙҙа белем биреү шарттарын яҡшыртып, балалар, ата-әсәләр, уҡытыусылар һәм район

Әбйәлил районының Асҡар ауылында "Демография" милли проекты сиктәрендә Көнсығыш-1 биҫтәһендә 640 урынлыҡ яңы полилингваль мәктәп һәм 160 урынлыҡ балалар баҡсаһын төҙөү дауам итә. Буласаҡ объект урынында республиканың мәғариф һәм фән министрының беренсе урынбаҫары Альберт Йәримов ҡатнашлығында күсмә кәңәшмә уҙҙы. Мәсьәләләрҙе тикшереүҙә подряд һәм субподряд ойошмалары, шулай уҡ заказсы һәм уның төҙөлөш контроле өсөн яуаплы вәкиле ҡатнашты. Кәңәшмә барышында белем биреү учреждениеһы төҙөлөшөнә баһа бирелде, эштәрҙе тамамлау ваҡыты билдәләнде, инженер селтәрҙәренә тоташтырыу мәсьәләләре тикшерелде. Әлеге ваҡытта биләмәне төҙөкләндереү эштәре алып барыла. Балалар баҡсаһы сабыйҙар өсөн бар уңайлыҡтар менән йыһазландырылған: уңайлы бүлмәләр, музыка һәм физкультура залдары, медицина пункты, өҫтәмә белем биреү кабинеттары бар, унда уҡыусылар рус, башҡорт һәм инглиз телдәре нигеҙҙәрен өйрәнәсәк. "Яңы мәктәп, районыбыҙҙа белем биреү шарттарын яҡшыртып, балалар, ата-әсәләр, уҡытыусылар һәм район үҙәгендә йәшәүселәр өсөн күптән көтөлгән ваҡиға булыр", - тип билдәләнеләр Әбйәлил районы хакимиәтендә. Билдәле булыуынса, “Демография” (национальный проект “Демография") милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. Фото: Әбйәлил районы хакимиәте.