Ҡыштың - тәүге, йылдың һуңғы айы декабргә лә аяҡ баҫтыҡ. Халыҡ һынамыштарына ҡарағанда, 2 декабрҙә аяҙ көн ҡыштың һалҡын килеүе тураһында һөйләй. Әгәр был көндө ҡар төшһә, ғинуарға тиклем сатлама һыуыҡтар көтмәгеҙ. 3 декабрь көндө ҡар яуһа, 3 июндә көслө ямғыр яуа. Әгәр киреһенсә булһа, йәй иртә килер.4 декабрь күктә болоттар күп булһа, бер аҙҙан һыуытасаҡ.5 декабрҙә ныҡ һалҡын булһа, тимәк, оҙаҡламай бурандар башланыр.6 декабрь көндө ҡар төшһә, һыуыҡтар булыр. Әгәр был көндө епшек ҡар яуһа, Яңы йылға тиклем ҡышты көтмәгеҙ. 7 декабрҙә күктә йондоҙҙар балҡып торһа, һауа торошо кинәт үҙгәрер. Әгәр был көндө йондоҙҙар атылһа, ҡышын ҡар аҙ яуа, ә мартта көслө һыуыҡтар килер.8 декабрь көндө мөрйәнән сыҡҡан төтөнгә иғтибар итәләр. Әгәр ул өҫкә күтәрелһә, тиҙҙән ҡар яуыр. Таралып китһә, елле булыр.9 декабрҙә болоттар ергә һалынып торһа, бер аҙҙан һыуыҡтар етер.10 декабрь көндө эт һәм бесәйҙәр үҙҙәрен ғәҙәттәгенән тынысыраҡ тотһа, ҡаты һыуыҡ һәм ыжғыр буран көтөгөҙ. 11 декабрь көндө бесәй тырн