Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Ҡот осҡос янғында кешеләр һәләк булған

Кисә кис менән Ҡыйғы районының Красный Холм ауылында ҡурҡыныс янғын була. Бында ике ҡатлы күп фатирлы йорттоң беренсе ҡатында торлаҡ янып китә, ут тиҙ арала күрше фатирҙарға, дөйөм коридорҙарға һәм йорт ҡыйығына тарала. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре урынға килеп еткәс, икенсе ҡатта урынлашҡан фатирҙан дүрт йәшлек малайҙы сығарған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул һәләк булған. Баланың 30 йәшлек әсәһе уны ҡотҡарырға маташҡан, ләкин төтөн менән ағыуланып, аңын юғалтҡан хәлдә реанимацияға оҙатылған. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, янғын сыҡҡан фатирҙа йөклө ҡатын һәм тағы өс бала булған. Уның һүҙҙәренә ҡарағанда, ул түшәм яна башлағанын абайлаған һәм янғынды иҫкәртеү ҡоролмаһының көслө тауышын ишеткән. Шунан һуң балаларын йыйған да урамға йүгереп сыҡҡан. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының янғын һүндереүселәре беренсе ҡатта фатирҙы һүндергән саҡта 70 йәшлек ҡатындың кәүҙәһен тапҡан. Һөҙөмтәлә алты фатир һәм йорт ҡыйығы зыян күргән, янғындың майҙаны 900 квадрат метр тәшкил иткән

Кисә кис менән Ҡыйғы районының Красный Холм ауылында ҡурҡыныс янғын була. Бында ике ҡатлы күп фатирлы йорттоң беренсе ҡатында торлаҡ янып китә, ут тиҙ арала күрше фатирҙарға, дөйөм коридорҙарға һәм йорт ҡыйығына тарала. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре урынға килеп еткәс, икенсе ҡатта урынлашҡан фатирҙан дүрт йәшлек малайҙы сығарған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул һәләк булған. Баланың 30 йәшлек әсәһе уны ҡотҡарырға маташҡан, ләкин төтөн менән ағыуланып, аңын юғалтҡан хәлдә реанимацияға оҙатылған. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, янғын сыҡҡан фатирҙа йөклө ҡатын һәм тағы өс бала булған. Уның һүҙҙәренә ҡарағанда, ул түшәм яна башлағанын абайлаған һәм янғынды иҫкәртеү ҡоролмаһының көслө тауышын ишеткән. Шунан һуң балаларын йыйған да урамға йүгереп сыҡҡан. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының янғын һүндереүселәре беренсе ҡатта фатирҙы һүндергән саҡта 70 йәшлек ҡатындың кәүҙәһен тапҡан. Һөҙөмтәлә алты фатир һәм йорт ҡыйығы зыян күргән, янғындың майҙаны 900 квадрат метр тәшкил иткән. Янғын һүндерелгән, урында 33 белгес һәм 10 берәмек техника йәлеп ителгән. Фото: МЧС.