Найти в Дзене

"Ай тотолған төндә" – Мәскәү сәхнәһендә

Билдәле композитор Салауат Низаметдиновтың "Ай тотолған төндә" операһының Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры сәхнәһенә ҡайтанан әйләнеп ҡайтыуына (операның режиссеры Ләйсән Сәфәрғолова) быйыл февраль айында бер йыл булды. Ижадсының М.Кәрим пьесаһына нигеҙләнеп яҙған әҫәрен моң һөйөүселәр, композиторҙың ижадын үҙ иткәндәр алҡышлап ҡаршы алды. Һәм йәнә матур яңылыҡ менән уртаҡлашабыҙ - "Ай тотолған төндә" операһы быйыл Мәскәүҙә үтәсәк "Алтын битлек" фестивалендә күрһәтеләсәк. Тамаша 19 апрелдә Рәсәйҙең Ҙур театрының яңы сәхнәһендә ҡуйыла. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башопераның һәм уның ижадсыларының ике спектакле (“Рахманинов. Симфония длиною в жизнь” балеты һәм “Ай тотолған төндә” операһы) 2023-2024 йыл миҙгеле йомғаҡтары буйынса “Алтын битлек” Рәсәй милли театр премияһы номинанты булды. “Ай тотолған төндә” операһы, мәҫәлән, бер юлы һигеҙ номинация буйынса номинанттар исемлегенә инде: “Иң яҡшы спектакль.Опера” “Дирижерҙың иң яҡшы эше. Опера” - Валерий Платонов “Режиссерҙың иң яҡшы эше. Опера” - Ләйсән Сәфәрғолова “Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле. Опера” - Любовь Буторина “Иң яҡшы ир-егет роле. Опера” - Василий Ефимов “Иң яҡшы ҡуйыусы рәссам. Музыкаль театр” - Екатерина Малинина “Рәссамдың костюмдар буйынса иң яҡшы эше. Музыкаль театр” Екатерина Малинина “Рәссамдың яҡтылыҡ буйынса иң яҡшы эше. Музыкаль театр” Евгений Ганзбург. Әйткәндәй, 1 апрелдә, Мәскәү алдынан, “Ай тотолған төндә” операһын Өфө тамашасыһы йәнә бер тапҡыр ҡарап кинәнде. Йылы ҡабул итте улар спектаклде. Тәүге ноталарҙан уҡ музыка - үҙенең аһәңлеге, ә сюжет һыҙығы серлелеге менән әсир итте. Артистар ғәжәп дәрт менән әҫәрҙең бар нескәлеген тамашасы күңеленә еткерә алды, һәр нотаны, һәр һүҙҙе бар асылында тойорға мәжбүр итте. Был көндө тамашаға композиторҙың яҡындары – ҡатыны Рәзидә Низаметдинова менән ҡыҙы Ләйсән дә килгән ине. Улар ҙа яҡын кешеләренең үлемһеҙ әҫәрен мәртәбәле фестивалдә күрһәтәсәктәре тураһындағы хәбәрҙе шатланып ҡабул итте һәм коллективҡа уңыштар теләне. “Салауаттың хыялы тормошҡа ашты – ул ғүмере буйы ошо әҫәрен Мәскәү сәхнәһендә күрергә теләгән ине. Рухы шат булһын”, - тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты композиторҙың ҡатыны Рәзидә Хәлидәр ҡыҙы. Үҙе иҫән сағында уҡ башҡорт профессиональ йыр сәнғәтендә тотош бер йүнәлеш булдырған композитор, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Ғ. Сәләм исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Салауат Низаметдиновтың ижади ҡаҙанышы, фиҙакәр ҡаһарманлығы тураһында бик оҙаҡ һөйләргә була. Уның йырҙары менән башҡорт эстрадаһы үҙенең яңы үрҙәренә артылды. Һәм, иң мөһиме, бөгөн композиторҙың ошо башланғыстарын дауам итеүселәре, уның хыялдарын тормошҡа ашырыусылары, әҙиптең эшен һүндермәүселәре бар. Бөйөк ирҙәр артында бөйөк ҡатындар тора, тиҙәр. Был, ысынлап та, шулай. Салауат Низаметдиновтың исемен үлемһеҙ иткән ҡатыны Рәзидә Хәлидәр ҡыҙының тырышлығын баһаламау мөмкин түгел был осраҡта. Әгәр бөгөн Учалы сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжы күренекле башҡорт композиторы Салауат Низаметдиновтың исемен йөрөтә, Учалы районының Миндәк ауылында талант эйәһенең йорт-музейы эшләп килә, Өфөлә әҙип йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған, йыл һайын республика кимәлендә композиторҙың иҫтәлегенә төрлө конкурс, фестивалдәр үтә икән, был һис шикһеҙ, уның ғаиләһенең, яҡындарының ихтирамы, иғтибары хаҡында һөйләй. Һәм бөгөн килеп беҙ йәнә бер матур ваҡиға алдында торабыҙ – “Ай тотолған төндә” операһын Мәскәү сәхнәһендә ҡуясаҡтар. Салауат Низаметдиновтың ғына түгел, тотош башҡорт халҡының матур хыялы булып тормошҡа ашһын да, ҙур еңеүҙәр алып ҡайтһын коллектив.