Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Мөғжизә булманы, Рауил Вәлиуллин һәләк булған

Уҙған аҙнала Мысырҙа батискаф батып бер нисә Рәсәй турисы һәләк булғайны. Ашығыу арҡаһында унда ҡайһы бер иҫән кешеләрҙе үлгән, үлгәндәрен иҫән тип белдерҙеләр. Бөтә Татарстан һәм Башҡортостан халҡы Вәлиуллиндар ғаиләһе өсөн ҡайғырҙы. Иң башта Татарстанда йәшәгән табиптар Рауил менән Кристина Вәлиуллина һәләк булған, уларҙың 10 һәм 15 йәшлек ҡыҙҙары иҫән ҡалған тинеләр. Бер ни тиклем ваҡыт үткәс Кристинаның тере булыуы асыҡланды. Икенсе көнө уның ире Рауил дә тере тип яҙҙылар. Бөтә халыҡ был ғаилә өсөн бик ҡыуанды. Улар Татарстандың Уруссин үҙәк район дауаханаһында эшләгән. Ғаилә башлығы, 40 йәшлек Рауил анестезиолог-реаниматолог, ә ҡатыны балалар табибы. Кристинаның Башҡортостандан, Борай районы кешеһе булыуы асыҡланды. Һәм бына йәнә насар хәбәр билдәле булды. Рауил Вәлиуллин һәләк булған. Был яңылыҡты Татарстандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығында раҫлағандар. “Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Рауил Вәлиуллин үлгән. Дауахананың баш табибы әле Хургадала, ғаиләгә ярҙам итә”, – тигәндәр министрлыҡта. Әйткә

Уҙған аҙнала Мысырҙа батискаф батып бер нисә Рәсәй турисы һәләк булғайны. Ашығыу арҡаһында унда ҡайһы бер иҫән кешеләрҙе үлгән, үлгәндәрен иҫән тип белдерҙеләр. Бөтә Татарстан һәм Башҡортостан халҡы Вәлиуллиндар ғаиләһе өсөн ҡайғырҙы. Иң башта Татарстанда йәшәгән табиптар Рауил менән Кристина Вәлиуллина һәләк булған, уларҙың 10 һәм 15 йәшлек ҡыҙҙары иҫән ҡалған тинеләр. Бер ни тиклем ваҡыт үткәс Кристинаның тере булыуы асыҡланды. Икенсе көнө уның ире Рауил дә тере тип яҙҙылар. Бөтә халыҡ был ғаилә өсөн бик ҡыуанды. Улар Татарстандың Уруссин үҙәк район дауаханаһында эшләгән. Ғаилә башлығы, 40 йәшлек Рауил анестезиолог-реаниматолог, ә ҡатыны балалар табибы. Кристинаның Башҡортостандан, Борай районы кешеһе булыуы асыҡланды. Һәм бына йәнә насар хәбәр билдәле булды. Рауил Вәлиуллин һәләк булған. Был яңылыҡты Татарстандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығында раҫлағандар. “Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Рауил Вәлиуллин үлгән. Дауахананың баш табибы әле Хургадала, ғаиләгә ярҙам итә”, – тигәндәр министрлыҡта. Әйткәндәй, ирҙең ниндәй шарттарҙа үлгәне билдәле түгел. Бәлки, ул иҫән ҡалған, аҙаҡ дауаханала һәләк булған тигән фараз бар. Беҙ ғаиләнең ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. Фото: Телеграм.