Быйыл Иглин районында “Йәшәү өсөн инфраструктура” милли проектына ярашлы (национальный проект “Инфраструктура для жизни”) 25 километрҙан ашыу юл ремонтланасаҡ. Был турала төбәктең Транспорт һәм юл хужалығы министрлығында хәбәр иттеләр. “Иглин районында юл-транспорт хәлен планға ярашлы яҡшыртабыҙ. Былтыр бында 57 километр төбәк, муниципаль-ара һәм урындағы әһәмиәттәге юл ремонтланды. Шул иҫәптән 13,5 километр Иглин – Кәлтә юлын норматив хәлгә килтерҙек, “Йондоҙло” биҫтәһендәге мәктәпкә яңы барыу юлы төҙөнөк, баҡсаларға илткән биш юл ремонтланды һәм башҡалар”, – тине Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Рөстәм Ғәзизов. Быйыл эштәр Өфө – Иглин – Ҡыҙылъяр – Павловка, Алаторка – Охлебинино һәм башҡа юлдарҙа алып барыласаҡ. Шулай уҡ пландарҙа баҡса участкаларына илткән ете километр юлды яңыртыу һәм Иглин – Красный Восход йүнәлешендә ремонтты тамамлау. Бынан тыш урындағы кешеләрҙе транспорт менән тәьмин итеү өсөн Дим – Шаҡша ҡала электричкаһын Иглингә тиклем оҙайттылар. Ә Иглин с