Найти в Дзене

Башҡортостан - илдең иң ҙур нефть сығарыусы төбәге

2050 йылға тиклем нефть һәм күмер сәнәғәтен үҫтереү стратегик сессияһы 1 апрелдә Мәскәүҙә уҙҙы һәм уны Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе Михаил Мишустин үткәрҙе. Көн тәртибендә ҡатнашыусылар илдең нефть тармағын һәм күмер комплексын үҫтереүҙең оҙайлы пландарын тикшерҙе. Һүҙ, атап әйткәндә, уларға дәүләт ярҙамы сараларын камиллаштырыу, шулай уҡ шәхси инвесторҙарҙы йәлеп итеү һәм Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡуйған милли юҫыҡтағы маҡсаттарға өлгәшеү өсөн һөҙөмтәле стимулдар булдырыу хаҡында барҙы. Ил Хөкүмәте Рәйесе үҙенең инеш һүҙендә, нефть һәм күмер сәнәғәте – Ватан иҡтисадының мөһим секторҙары, тип билдәләне. Улар предприятиеларҙың тотороҡло эшләүе һәм граждандарҙың йәшәү сифатын тәьмин итеү өсөн мөһим әһәмиәткә эйә. – Санкцияларға ҡарамаҫтан, Рәсәй донъя энергия ресурстары баҙарында алдынғы позицияларын һаҡлап ҡала. Беҙ логистик маршруттарҙы әүҙем киңәйтәбеҙ, тәү сиратта дуҫ дәүләттәр йүнәлешендә. Тейешле инфраструктураны финанслайбыҙ. Әммә иң мөһиме, үҙебеҙҙең ихтыяждарыбыҙҙы ышаныслы тәьмин итәбеҙ. Бындай бурысты Президент ҡуйҙы, – тине Михаил Мишустин. – Яғыулыҡ-энергетика комплексының бөтә өлкәләрендә технологик суверенитетты нығытыу өсөн быйыл йыл башынан "Яңы атом һәм энергетика технологиялары" милли проекты эшләй башланы, уның сиктәрендә илебеҙҙең алдынғы ҡарарҙарын, заманса материалдарҙы, ҡорамалдарҙы әҙерләүгә һәм индереүгә әүҙемерәк булышлыҡ итәсәкбеҙ. Был компанияларға етештереү ҡеүәттәрен модернизациялауҙы тиҙерәк тамамларға һәм дөйөм тырышлыҡ менән киләсәк үҫеш өсөн ныҡлы нигеҙ төҙөргә мөмкинлек бирәсәк. Яғыулыҡ-энергетика комплексын үҫтереүҙең төп бурыстары иҫәбендә ятҡылыҡтарҙы киңәйтеү, шул иҫәптән Рәсәйҙең яңы төбәктәрен эшкәртеү, транспорт инфраструктураһын камиллаштырыу һәм тышҡы баҙарға сығыу тора. Билдәләп үтәйек, Башҡортостан илдең иң ҙур нефть сығарыусы төбәге булып тора. Республикала 218 нефть һәм газ ятҡылығы иҫәпкә алынған. Бынан тыш, эшкәртеү индустрияһы әүҙем үҫешә. Иҡтисадтың был секторы флагмандары – "Башнефть" һәм "Газпром нефтехим Салауат" компаниялары.Фотолар: Башҡортостан Республикаһы Башлығының матбуғат хеҙмәте.