Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Ташҡын әлегә сигенмәгән

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, ташҡын башланғандан алып бөгөнгәсә ташҡынға бәйле 536 хәбәр килгән. Әле ҡотҡарыусылар Өфө ҡалаһында, Архангел һәм Шишмә райондарында өс хәлде контролдә тота – Аҙау ауылының йорт яны биләмәһе, бер юл участкаһы һәм бер күпер һыу эсендә ҡала. Һыу баҫҡан йорттар һәм баҡса участкалары юҡ. Шулай уҡ Илеш һәм Дүртөйлө райондары сигендә Ағиҙел йылғаһында боҙ йыйылыуы буйынса хәл иғтибар үҙәгендә була. Контроль өсөн урында баш идаралыҡтың оператив төркөмдәре эшләгән, пилотһыҙ авиация ҡулланып мониторинг үткәрелә. Боҙ яйлап китә башлаған, хәл тотороҡлана. Аҙау ауылында Баш идаралыҡ көстәре һәм саралары төркөмө менән халыҡҡа адреслы ярҙам күрһәтеү дауам итә. Республиканың баш ҡалаһында һыу баҫҡан бер участканы – “Озон” баҡса ширҡәтенә юл аша һыу сығыуы осрағы контролдән алынған. “Казарез” һәм “Альбатрос” баҡсаларына алып барған юлдан һыу ағыуы контролдә ҡала. Фото: Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, ташҡын башланғандан алып бөгөнгәсә ташҡынға бәйле 536 хәбәр килгән. Әле ҡотҡарыусылар Өфө ҡалаһында, Архангел һәм Шишмә райондарында өс хәлде контролдә тота – Аҙау ауылының йорт яны биләмәһе, бер юл участкаһы һәм бер күпер һыу эсендә ҡала. Һыу баҫҡан йорттар һәм баҡса участкалары юҡ. Шулай уҡ Илеш һәм Дүртөйлө райондары сигендә Ағиҙел йылғаһында боҙ йыйылыуы буйынса хәл иғтибар үҙәгендә була. Контроль өсөн урында баш идаралыҡтың оператив төркөмдәре эшләгән, пилотһыҙ авиация ҡулланып мониторинг үткәрелә. Боҙ яйлап китә башлаған, хәл тотороҡлана. Аҙау ауылында Баш идаралыҡ көстәре һәм саралары төркөмө менән халыҡҡа адреслы ярҙам күрһәтеү дауам итә. Республиканың баш ҡалаһында һыу баҫҡан бер участканы – “Озон” баҡса ширҡәтенә юл аша һыу сығыуы осрағы контролдән алынған. “Казарез” һәм “Альбатрос” баҡсаларына алып барған юлдан һыу ағыуы контролдә ҡала. Фото: Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан.