Бының өсөн кәрәк була: 3 литр һыу1 стакан геркулес1 стакан шәкәр1 стакан буҙа ҡуры йәки ҡымыҙ "Мин эшләгән рецепт ошолай: өс литр һыуға, ҡайнап сығыу менән, бер стакан геркулес һалам (кемдәрҙер һыуға геркулесты шунда уҡ һала, мин улай итмәйем). Бер сәғәт ара-тирә болғай-болғай бешергәс, эҫе көйөнсә һөҙәм һәм бер стакан шәкәр һалып болғап ултыртам. Һыуынғас, бер стакан буҙа ҡуры (закваска) йәки ҡымыҙ ҡойоп болғатам һәм быяла һауыттарға ҡоям. Йылы урында ултырһа, бер тәүлектән әҙер була. Ара-тирә һелкетеп йәки өҫкә һапырып болғатып алырға кәрәк. Күберәк кәрәк булһа, саманы арттырырға мөмкин. Буҙаны быяла һауыттарға ҡойоп ойоторға кәңәш итәм. Сөнки, кәстрүлдә ултырһа, тимер менән реакция барлыҡҡа килеп, тәмһеҙләнә, күкһел төҫкә инә. Уның ҡарауы кәстрүл ялтырап китә. Ҡыҙлап торған буҙа эсеп туйғыһыҙ була!" - тип яҙған ул. Фото һәм сығанаҡ: Айгөл Иҙелбаева.