Найти в Дзене
"Урал" гәзите

🏅⛷Белорет тау саңғысыһы Тәнзилә Исраилова "Ҙур Вудъявра кубогы" халыҡ-ара ярыштарында алтын миҙал яуланы

🏅⛷Белорет тау саңғысыһы Тәнзилә Исраилова "Ҙур Вудъявра кубогы" халыҡ-ара ярыштарында алтын миҙал яуланы.

Башҡортостан спортсыһын еңеү менән республика Премьер-министры урынбаҫары - спорт министры Руслан Хәбибов телеграм-каналында ҡотланы.

Халыҡ-ара ярыштар Алтай крайының Кировск ҡалаһында үтә. Турнирҙа, Рәсәй спортсыларынан тыш, Әрмәнстан, Белоруссия һәм Сербия тау саңғысылары ҡатнаша. Танзила Исраилова 1.32,81 секунд һөҙөмтәһе менән слалом-гигантта иң яҡшыһы булды.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, февралдә Танзила Исраилова тау саңғыһы спорты буйынса Рәсәй чемпионы булды. Республиканың спорт министры, был тарихи ҡаҙаныш - Башҡортостандың был дисциплинала 15 йыл эсендә тәүге алтын миҙалы, тип билдәләгән ине.