Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Улыма хайуан исеме ҡушҡанмын тинеләр...

Һуңғы ваҡытта балаларға ҡолаҡҡа ятмаған исемдәр ҡушыла. Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Рафиҡ Хәсәнов үҙенең "Бәйләнештә"ге сәхифәһендә улына исем ҡушыу тураһындағы хәтирәләрен уртаҡлашты. "2002 йылда беренсе улым тыуғанда мин Сибай театрында актер булып эшләп йөрөй инем. Дөйөм ятаҡта йәшәйбеҙ. Бер көндө кәләшем: "Әйҙә, Зөһрә инәйҙе һәм абыстайҙы сәйгә алайыҡ", - ти. Мәйтәм, ярай. Саҡырылған ваҡытҡа килде былар. Өҫ кейемдәрен сисеп, аяҡтарын һалған мәлдә абыстай: "Малайға кем тип исем ҡуштығыҙ?" - тип һорай ҡуйҙы. "Арыҫлан!"- тим. Ә ул ҡолаҡҡа ҡатыраҡ икән. "Ә?"- тип тик тора. Өс-дүрт тапҡыр ҡабатлап, бишенсегә ҡысҡырып әйткәндән һуң барып етте әбейемә. "Ә!Арыҫлан..." Эйелеп кәлүшен рәтләгәндә үҙ алдына ғына: "Хайуан исеме ҡушҡандар икән..." - тип ҡуйҙы. Һуңынан, улар ҡайтҡас, кәләшемә абыстай "хайуан исеме ҡушҡанһығыҙ" тип әйтте тиһәм, ҡатыным (ул - ғәрәп теле буйынса белгес): "Хәйҙәр исеме лә ғәрәпсә шул уҡ хайуан — арыҫланды аңлатҡанын белдеме икән абыстайыбыҙ",- тип ихлас көлөп ҡ

Һуңғы ваҡытта балаларға ҡолаҡҡа ятмаған исемдәр ҡушыла. Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Рафиҡ Хәсәнов үҙенең "Бәйләнештә"ге сәхифәһендә улына исем ҡушыу тураһындағы хәтирәләрен уртаҡлашты. "2002 йылда беренсе улым тыуғанда мин Сибай театрында актер булып эшләп йөрөй инем. Дөйөм ятаҡта йәшәйбеҙ. Бер көндө кәләшем: "Әйҙә, Зөһрә инәйҙе һәм абыстайҙы сәйгә алайыҡ", - ти. Мәйтәм, ярай. Саҡырылған ваҡытҡа килде былар. Өҫ кейемдәрен сисеп, аяҡтарын һалған мәлдә абыстай: "Малайға кем тип исем ҡуштығыҙ?" - тип һорай ҡуйҙы. "Арыҫлан!"- тим. Ә ул ҡолаҡҡа ҡатыраҡ икән. "Ә?"- тип тик тора. Өс-дүрт тапҡыр ҡабатлап, бишенсегә ҡысҡырып әйткәндән һуң барып етте әбейемә. "Ә!Арыҫлан..." Эйелеп кәлүшен рәтләгәндә үҙ алдына ғына: "Хайуан исеме ҡушҡандар икән..." - тип ҡуйҙы. Һуңынан, улар ҡайтҡас, кәләшемә абыстай "хайуан исеме ҡушҡанһығыҙ" тип әйтте тиһәм, ҡатыным (ул - ғәрәп теле буйынса белгес): "Хәйҙәр исеме лә ғәрәпсә шул уҡ хайуан — арыҫланды аңлатҡанын белдеме икән абыстайыбыҙ",- тип ихлас көлөп ҡуйҙы. Хәҙерге йәштәр ҡыҙыҡ. Мосолман исемдәрен ҡушалар — был бик мәслихәт, әлбиттә! Афариндар! Тик исемдәрҙең милли яңғырашын боҙоуҙары күңелгә ятып бөтмәй. Мин күптән әйтә киләм: һөйләшеүҙәге милләтебеҙгә генә хас булған акцент һәм исемдәрҙең башҡортса әйтелеше ул халҡыбыҙҙың идентификацияһы һәм колориты тип. Яңыраҡ бер туташтан, ҡыҙығыҙҙың исеме кем, тип һораным. Азиза ти. Мин әйтәм, ә-ә-ә! Ғәзизә була инде үҙебеҙсә, тиһәм, ирендәрен ослайтып, ҡырт киҫеп: "Юҡ! Азиза!"- тине. "Собханаллаһ мәәшаллаһ" тинем дә өндәшмәнем. Шул уҡ хәл: Айша — Ғәйшә, Амеля — Әмилә, Аделя — Әҙилә, Эмир — Әмир килеп сыға. Ә Тамерлан тип башҡорт тарихын белмәгән кеше генә ҡушыуы мөмкиндер: тарихта үҙенең аяуһыҙлығы һәм ҡанһыҙлығы менән дан алған Аҡһаҡ Тимерҙең (Тамерлан) ҡулы терһәгенә тиклем башҡорт ҡанында булыуын күптәр белмәйҙер ҙә... Быларына, әлбиттә, күҙ йоморға мөмкин. Әммә Ия, Мия, Юна һәм башҡаларын нисек ҡабул итергә? Исем ҡушыу һәр кемдең шәхси эше. Тик... Был осраҡта хайуан исемле Арыҫлан, Буранбай, Бөрйәндәрҙең булыуы күпкә яҡшыраҡтыр, йәмәғәт?" - тип яҙған Рафиҡ Хәсәнов. Ә һеҙ нисек уйлайһығыҙ? Һеҙҙең балаларығыҙҙың йәки ейән-ейәнсәрҙәрегеҙҙең исеме кем? Сығанаҡ: Рафиҡ Хәсәновтың "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән. Автор фотоһы.