Вуз-ара студенттар кампусы майҙансығында «Изге ихтыяр кешеләре» Бөтә Рәсәй форумы үтте. Көн дауамында ирекле ойошмаларҙың һәм Рәсәй вуздарының «Хеҙмәт итеү менән уҡытыу» программаһының иң яҡшы спикерҙары илдең төрлө төбәктәренән ҡатнашыусыларға белемдәрен уртаҡлашты. Форумды вуз-ара кампус резиденты - Башҡорт дәүләт медицина университеты ойошторҙо. Юғары уҡыу йортонда ирекмәндәр хәрәкәтен үҫтереүҙә ҙур тәжрибә бар. 13 йыл эшләү дәүерендә БДМУ-ның Ирекмәндәр үҙәге 7500-ҙән ашыу ирекмән әҙерләгән. Сара программаһына симуляция ҡорамалдары күргәҙмәһе, тематик секциялар һәм оҫталыҡ дәрестәре һәм изгелек квесты инә. Форумда ҡатнашыусылар маскировка селтәрҙәрен үрергә өйрәнгән һәм окоп шәмдәре эшләү техникаһын үҙләштергән, студенттар отряды мөхитенә сумған, Башҡортостан тураһында тарихи факттарҙы өйрәнгән. Форум барышында ирекмәндәр гуманитар ярҙам йыя, ул МХО зонаһына ебәрелә. Бынан тыш, БДМУ-ла МХО яугирҙәре өсөн дәүләт ярҙамын йыйыу пункты даими нигеҙҙә асылды. Көнүҙәк презентациялар менән
Кампуста "Изге ихтыяр кешеләре" Бөтә Рәсәй форумы уҙҙы
1 апреля 20251 апр 2025
1 мин