Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, быйыл республикала 25 тәбиғәт янғыны теркәлгән. Уҙған тәүлектә Әбйәлил, Өфө, Әлшәй райондарында һәм Ағиҙел, Күмертау ҡалаларында ете ҡоро үлән яныу осрағы булған. Уларҙы һүндергәндәр. Ут майҙаны бөтәһе 2,5 гектарҙы тәләфләгән. 34,8 гектар майҙанда 25 ҡоро үлән тоҡаныу осрағы Баймаҡ, Ғафури райондары, Күмертау ҡалаһы, Ишембай, Өфө райондары биләмәһендә теркәлгән, шул иҫәптән Ағиҙел ҡалаһында – ике, Әлшәй районында, Сибай ҡалаһында – өс, Хәйбулла районында – дүрт, Әбйәлил районында алты янғын булған. Уларҙың барыһы ла һүндерелгән, зыян күреүселәр юҡ. Тәүге тәбиғәт янғыны 23 мартта Хәйбулла районында теркәлгән – Татырүҙәк ауылынан өс километр алыҫлыҡта ике гектар майҙанда ҡоро үлән янған. Хөрмәтле дуҫтар, ут менән шаярмағыҙ. Ҡоро үлән яныуы айырыуса ҡурҡыныс, сөнки ул тиҙ тарала. Фото: Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан.