Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Йөрөп киләбеҙ, тип кенә сыҡҡандар ҙа...

Былтыр ошо мәлдә юғалғайнылар Йөрөп киләбеҙ, тип кенә сыҡҡандар ҙа... Бер йыл элек Өфөлә Ағиҙел йылғаһы буйында ике үҫмер юғалды. Бер малайҙың кәүҙәһен бер аҙ ваҡыттан һуң таптылар, ә икенсеһенекен – юҡ. 30 мартта уларҙың ғәйеп булыуына бер йыл булды. 2024 йылдың ошо көнөндә Павел менән Дамир ата-әсәләренә Ағиҙел йылғаһынан алыҫ түгел “Чайка” базаһы тирәһендә йөрөп киләбеҙ тип иҫкәртәләр. Шул сығып китеүҙәренән малайҙар әйләнеп ҡайтмай... Улар ҡайтмағас, ата-әсәләре хәүеф тураһында саң ҡаға, һәм эҙләү ойошторола. Яр буйында уҡыусыларҙың портфелдәренә юлығалар. Белгестәр фараздарының береһе: малайҙар яҙғы боҙға сыҡҡан, уныһы ватылып, төшөп китеүҙәре бик ихтимал, моғайын, тәүҙә беренсеһе боҙ аҫтына киткән, икенсеһе уны ҡотҡарам тип шулай уҡ боҙло һыуға төшкән. Береһенең һыңар резина итеген генә табып алалар. Пашаның кәүҙәһен май айында Еңеү паркына күтәрелгән баҫҡыс янында табалар. Ә Дамирҙы эҙләү һаман һөҙөмтәһеҙ булды. Ҡыш алдынан водолаздар һыу аҫтында эҙләүҙе туҡтатҡайнылар. Быйыл кө

Былтыр ошо мәлдә юғалғайнылар Йөрөп киләбеҙ, тип кенә сыҡҡандар ҙа... Бер йыл элек Өфөлә Ағиҙел йылғаһы буйында ике үҫмер юғалды. Бер малайҙың кәүҙәһен бер аҙ ваҡыттан һуң таптылар, ә икенсеһенекен – юҡ. 30 мартта уларҙың ғәйеп булыуына бер йыл булды. 2024 йылдың ошо көнөндә Павел менән Дамир ата-әсәләренә Ағиҙел йылғаһынан алыҫ түгел “Чайка” базаһы тирәһендә йөрөп киләбеҙ тип иҫкәртәләр. Шул сығып китеүҙәренән малайҙар әйләнеп ҡайтмай... Улар ҡайтмағас, ата-әсәләре хәүеф тураһында саң ҡаға, һәм эҙләү ойошторола. Яр буйында уҡыусыларҙың портфелдәренә юлығалар. Белгестәр фараздарының береһе: малайҙар яҙғы боҙға сыҡҡан, уныһы ватылып, төшөп китеүҙәре бик ихтимал, моғайын, тәүҙә беренсеһе боҙ аҫтына киткән, икенсеһе уны ҡотҡарам тип шулай уҡ боҙло һыуға төшкән. Береһенең һыңар резина итеген генә табып алалар. Пашаның кәүҙәһен май айында Еңеү паркына күтәрелгән баҫҡыс янында табалар. Ә Дамирҙы эҙләү һаман һөҙөмтәһеҙ булды. Ҡыш алдынан водолаздар һыу аҫтында эҙләүҙе туҡтатҡайнылар. Быйыл көндәр йылытыу менән уны яңынан эҙләй башлаясаҡтар. Фото: социаль селтәрҙән.