Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Бер иҫерек водитель арҡаһында һәләк булған...

Транспорт менән идара итергә танытмаһы булмаған водитель арҡаһында кеше һәләк булған. Өфөнөң Черниковка биҫтәһендә үткән төндәToyota Land ҡаршы һыҙатҡа сығып “Лада Веста” менән бәрелешкән. Сит ил автомобилендәге 35 йәшлек водитель иҫерек булған, өҫтәүенә танытмаһы ла юҡ. Медицина тикшереүе күрһәткесенә ярашлы, уның үпкәһенән сыҡҡан һауала 0.920 мг\л алкоголь булыуы күренгән. Был турала Башҡортостан Дәүләт автоинспекцияһы матбуғат хеҙмәте хәбәр итә. Ватан автомобилендәге 54 йәшлек водитель алған йәрәхәттәренән медицина ярҙамы килгәнсе үк һәләк булған. Хөрмәтле водителдәр! Үҙегеҙҙең генә түгел, башҡаларҙың ғүмере өсөн дә яуаплы булыуығыҙҙы онотмағыҙ, юл ҡағиҙәләрен боҙмағыҙ, иғтибарлы һәм һаҡ булығыҙ! Фото: видеонан скриншот.