Ошо көндәрҙә Дағстан мәсеттәренең береһендә ғәжәйеп хәл булған. Үлгән тип танылған ҡатын ерләр алдынан “терелгән”. Был турала “Жизнь” гәзите яҙа. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, был ҡатында Лазарь синдромы булыуы ихтимал, ошо сәбәпле уның йөрәге яңынан “тоҡанып киткән” һәм эшләй башлаған. Хәл мәрхүмәне йыуыр алдынан булған. Көтмәгәндә ул күҙҙәрен аса. Был ваҡытта янында булғандар шок хәлендә була һәм телһеҙ ҡала. Аҙаҡ был ҡатын әйтеүенсә, иң нығы был хәлдән ул үҙе ҡурҡҡан. Ҡатын һөйләүенсә, “үлер алдынан” ул үҙен насар тоя, аҙаҡ иҫен юғалта һәм йығыла. Туғандары шунда уҡ табиптар саҡыра, тик улар уны терелтә алмай. Доктор ҡатындың үлгәнен раҫлай һәм ғаиләһе ерләүгә әҙерләнә башлай. Уға Лазарь синдромы ҡуйыла. Ләкин ғәҙәттә, “үлгән” тип танылған кешенең йөрәге 10 минуттан кире эшләп китә. Тик оҙағыраҡҡа һуҙылған осраҡтар ҙа булғылай.