Был апай минең гәзиттә хәбәрсе булып эшләгәнемде белә. Бик яҡын аралашмаһаҡ та, уңайы сыҡһа, һөйләшеп алабыҙ. Уның үҙенең ике улы янына ҡыҙлыҡҡа балалар йортонан ҡыҙ алғанын беләм. Шуға бер көн: “Әйҙә гәзиткә һеҙҙең ғаиләгеҙ, бала алыуығыҙ тураһында яҙайыҡ. Башҡаларға өлгө булыр, фотоларығыҙҙы ҡуяйыҡ", - тинем. Апайҙың йөҙө үҙгәреп китте, ризалашмай китеп барҙы. Ә бер аҙна самаһы ваҡыт үткәс, үҙе килеп хәлен һөйләне... “Юҡ шул, туғанҡайым, мин герой-әсә түгел. Һәр кемдеке кеүек үҙ холҡом, етешһеҙлектәрем һәм кәмселектәрем бар. Әлфирәне алыр алдынан беҙ бик ныҡ уйландыҡ, был мәсьәләне төплө өйрәндек. Аҡса еткереү генә түгел, бының психологик яғын да өйрәндек. Махсус уҡыуҙар үттек, бала менән оҙаҡ аралаштыҡ, яҡынлаштыҡ. Әммә барыһын да алдан күреп, иҫәпләп бөтөп булмай икән шул”. Апай исемен, уларҙың кемлеген белдермәй генә ғаиләһе тураһында һөйләргә булды. Ире менән улар балаларҙы бик ярата. Бер-бер артлы ике малайҙары тыуғас та бик шатланалар. Уларҙы үҫтереүгә бар күңелен һалалар. Бәлә