“Однажды в Башкирии” телеграм-каналында әүҙем рәүештә Башҡортостанда “демографик соҡор” барлыҡҡа килде тигән йүнәлештәге мәғлүмәт тарала. Авторҙар абсолют һандар менән уйнай, ә анализдың төп принцибы – сағыштырмаса күрһәткестәрҙе иғтибарға алмай. “Фактчекинг по-башкирски” телеграм-каналы хәбәрселәре был хәлде объектив баһалар өсөн эксперттарға мөрәжәғәт иткән. “Халыҡ һаны кәмеүе – дөйөм Рәсәй тренды, ул структуралы демография тулҡындары менән аңлатыла,– ти Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһынының Ғилми-тикшереү һәм мәғлүмәт үҙәге етәксеһе, Башҡортостан Фәндәр академияһы хеҙмәткәре Яна Скрябина. – Динамиканы баһалаған саҡта 1000 кешегә кәмеү коэффициентын иҫәпләү мөһим. Шулай 2024 йылда Башҡортостан 5,41 күрһәткесе менән Волга буйы федераль округының 14 төбәге араһында бишенсе урынды биләй. Башҡортостан бер нисек тә һуңғы урында түгел, тимәк федераль округта дөйөм кеше һаны кәмеү кимәле буйынса хәл насар түгел. Айырым иғтибарҙы халыҡтың тәбиғи кәм