30 мартта Шишмә районына эш сәфәрендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡатыны, “Бәхет биләмәһе” хәйриә фондының попечителлек советы рәйесе Каринэ Хәбирова менән бергә “Именлек” республика геронтология үҙәгенең Шөңгәккүл ауылындағы бүлексәһен ҡараны һәм Ураҙа байрамы менән ҡотланы. “Именлек” республика геронтология үҙәге директоры Зөлфирә Маскулова бүлексәнең 2001 йылдан эшләүе тураһында һөйләне. Бында өлкән йәштәгеләрҙең йәшәүе һәм социаль адаптациялауы өсөн мотлаҡ шарттар булдырылған. Учреждениела - 27, шул иҫәптән һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән 15 кеше йәшәй. Төбәк етәксеһе палаталарҙы ҡараны, бында йәшәүселәр менән аралашты, улар өсөн нисек дауалауҙы һәм туҡланыуҙы ойоштороуҙары тураһында ҡыҙыҡһынды. Радий Хәбиров социаль ойошмаларға ярҙам итеүҙең мөһимлеге һәм Ураҙа байрамында изге йөрәклелектең мәғәнәһе тураһында һөйләне. - Был көндөң төп миссияһы – изге күңеллелек, бер-береңә ярҙам итеү. Шуға күрә ҡатыным менән бында килергә һәм ниндәйҙер яҡшы эш атҡарырға булдыҡ. Бында барыһы