Махсус хәрби операциялағы һалдаттар, уларҙың ғаиләләре һәр ваҡыт иғтибар үҙәгендә. Бүздәк районының Күҙәй ауылынан улдарын яуға оҙатҡан Йәмилә һәм Фәрит Әхмәтғәлиевтар ҙа был йәһәттән хәстәрлек тойоп йәшәй. –Улымда махсус хәрби операцияға бармай ҡалыу тураһында уй булманы ла. “Барам. Дошмандар кермәһен өсөн илде һаҡларға кәрәк ” тигән ныҡлы ҡарар менән юлланды. Улыбыҙ бик яуаплы булды. Үҙ ваҡытында армияла ла һалдат бурысын үтәп ҡайтты. Ул беҙҙең ғорурлығыбыҙ, – тип һөйләне Йәмилә апай. Үкенескә ҡаршы, ғәзиздәре былтыр йәй һәләк булған. Улдарының миҙалы ғына ҡәҙерле иҫтәлеге итеп һаҡлана. Ҡайғылары үҙәккә үтерлек булһа ла, сабыр ғына күтәрә Әхмәтғәлиевтар. Был йәһәттән ауыл, район хакимиәте лә иғтибарһыҙ ҡалдырмауын белдерҙе улар. –Улыбыҙ махсус хәрби операцияға киткән йылда уҡ хәстәрлек тоя башланыҡ. Был йәһәттән ауыл хакимиәте башлығы Рида Дауытова бик иғтибарлы. Малға бесәнен дә, һаламын да, яғырға утынын да килтерә. Хәлебеҙҙе белешеп тора. Документ эштәрендә ярҙам кәрәккәндә л