Ураҙа тамам. Ай үтте Ғибәҙәт-сауап менән. Раббым алдына баҫырмын Ғәмәлем-яуап менән... Икенсе бер йондоҙлоҡта Йәшәгәндәй булдыммы. Хәҙер инде Ергә ҡайттым - Ауырыраҡ бурысым... Унда тиңлек, көнлөк ине - Бары ла бер туғандар. Йәнде яһалмалыҡ иҙмәй, Бүктермәй сик-ҡорғандар... Ураҙа тамам. Ай бөттө - Эстәрем тора бошоп. Киләһе йылда ла көтһөн Ошо ай - ҡалҡан-ышыҡ... Айһылыу ҒӘРИФУЛЛИНА.