Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене
Баймаҡ яңылыҡтары

Бөгөн Өмөтбай ауылы мәсетендә Ураҙа ғәйете байрамы юғары кимәлдә үтте

Бөгөн Өмөтбай ауылы мәсетендә Ураҙа ғәйете байрамы юғары кимәлдә үтте. Баймаҡ районы хакимиәте исеменән район Советы депутаты Илдус Әдиф улы Зәйнуллин, Билал ауыл биләмәһенең ветерандар советы рәйесе Зәйнулла Хәсән улы Аминев, ауыл ветерандар советы рәйесе Ғәйнулла Зәйнуллин, Рәфҡәт Ғәлимйән улы Дауытов һәм ауылдың имам-хатибы Ноғоман Һибәтуллин йыйылыусыларҙы мосолмандарҙың иң ҙур байрамы менән ҡотлап, изге теләктәрен еткерҙе. Байрамға килеүселәр ойоштороусыларға рәхмәт әйтеп, йорт-ил тыныслығын, һуғыштың тиҙерәк бөтөүен теләп, ауылдаш егеттәрҙең, шулай уҡ барлыҡ ир- егеттәребеҙҙең тыуған яҡтарына имен әйләнеп ҡайтыуҙарын теләп таралышты.

-2
-3
-4
-5