Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Радий Хәбиров республика кардиология үҙәгенең яңы хирургия корпусын ҡараны

Проекттың дөйөм хаҡы 10,7 миллиард һум тәшкил иткән, улар республика бюджетынан бүленгән. Хирургия корпусы сменаһына 320 кешегә иҫәпләнгән. Республика Башлығы Радий Хәбиров яңы биналарҙы ҡараны, башҡарылған эштәрҙең сифатын баһаланы. Республика кардиология үҙәгенең баш табибы Ирина Николаева һөйләүенсә, корпус ошондай уҡ медицина учреждениеларының алдынғы тәжрибәһен иҫәпкә алып төҙөлгән. Унда диагностика кабинеттары менән ҡабул итеү бүлеге, поликлиника, биш операция бүлмәһе, шулай уҡ рентгенохирургия һәм кардиохирургия бүлексәләре урынлаштырыла. Бынан тыш, бында дарыухана пункты, стерилләштереү комплексы һәм административ-хужалыҡ блогы эшләйәсәк. Хирургия корпусы биналары аҙ хәрәкәтсән пациенттарҙы хеҙмәтләндереү өсөн дә йыһазландырылған. Ирина Николаева билдәләүенсә, заманса матди-техник база һәм профессиональ коллектив йөрәк һәм ҡан тамырҙарына бөтә төр юғары технологиялы операциялар үткәрергә мөмкинлек бирәсәк. Мәҫәлән, яңы корпуста йыһазландырылған рентгеногибрид операция бүлмәһе р

Проекттың дөйөм хаҡы 10,7 миллиард һум тәшкил иткән, улар республика бюджетынан бүленгән. Хирургия корпусы сменаһына 320 кешегә иҫәпләнгән. Республика Башлығы Радий Хәбиров яңы биналарҙы ҡараны, башҡарылған эштәрҙең сифатын баһаланы. Республика кардиология үҙәгенең баш табибы Ирина Николаева һөйләүенсә, корпус ошондай уҡ медицина учреждениеларының алдынғы тәжрибәһен иҫәпкә алып төҙөлгән. Унда диагностика кабинеттары менән ҡабул итеү бүлеге, поликлиника, биш операция бүлмәһе, шулай уҡ рентгенохирургия һәм кардиохирургия бүлексәләре урынлаштырыла. Бынан тыш, бында дарыухана пункты, стерилләштереү комплексы һәм административ-хужалыҡ блогы эшләйәсәк. Хирургия корпусы биналары аҙ хәрәкәтсән пациенттарҙы хеҙмәтләндереү өсөн дә йыһазландырылған. Ирина Николаева билдәләүенсә, заманса матди-техник база һәм профессиональ коллектив йөрәк һәм ҡан тамырҙарына бөтә төр юғары технологиялы операциялар үткәрергә мөмкинлек бирәсәк. Мәҫәлән, яңы корпуста йыһазландырылған рентгеногибрид операция бүлмәһе республикала берҙән-бер. Төбәк етәксеһе диагностика кабинеттарында һәм пациенттар өсөн палаталарҙа, операция бүлмәләрендә һәм хирургия корпусының ашханаһында булды. Радий Хәбиров республика кардиология үҙәгенең яңы хирургия корпусы биргән уникаль мөмкинлектәрен билдәләне. – Йөрәк ауырыуҙары - илдә һәм донъяла үлемдең төп сәбәптәренең береһе. Шуға күрә медицинаның был йүнәлешен үҫтереүгә етди ресурстар һалабыҙ, - тине Башҡортостан Башлығы журналистар менән әңгәмәлә. - Республикала йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарынан үлем осраҡтары Рәсәй кимәленән 20 процентҡа түбәнерәк. Шул уҡ ваҡытта медицина тиҙ үҫешә, диагностика һәм дауалауҙың яңы технологиялары барлыҡҡа килә. Шуға күрә яңы хирургия корпусын заманса юғары технологиялы ҡорамалдар менән йыһазландырҙыҡ. Шуныһы мөһим, коллектив та бында бик компетентлы. Былар барыһы ла Өфөлә бөтә ил өсөн уникаль операциялар үткәрергә мөмкинлек бирә. Яңы бинала пациенттарҙы ҡабул итеү киләһе аҙнанан башланыр, тип уйлайым. Ә корпусты асыу тантанаһын апрель уртаһында үткәрәсәкбеҙ. Иң мөһиме, пациенттарыбыҙ хәҙер тыуған республикабыҙҙа ошондай юғары технологиялы медицина ярҙамы ала аласаҡ. Медицина учреждениеһы ихатаһында төбәк етәксеһе «КамАЗ» автомобиле базаһындағы заманса кардиомодулде ҡараны. Уны Башҡортостан Башлығы ҡушыуы буйынса 2024 йылда һатып алдылар. Күсмә модуль ЭКГ аппараты, ҡандың гематологик анализаторы, шулай уҡ йөрәкте скрининглау системаһы кардиовизор менән йыһазландырыла. 2025 йылдың апрелендә автомобиль алыҫ тораҡ пункттарҙа йәшәүселәрҙе медицина хеҙмәтләндереүе өсөн «Сәләмәтлек поездары»ның береһе составында Башҡортостан райондарына юллана. Сығанаҡ: https://vk.com/away.php?to=https%3A%2F%2Fglavarb.ru%2Fru%2Fnews%2Fevent%2Fradiy-habirov-osmotrel-novyy-hirurgicheskiy_korpus-respublikanskogo-kardiocentra-75081%2F&utf=1