Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙы реабилитациялау үҙәге булдырыла

Шифахананың генераль директоры Фиял Байтирәков шифаханала кардио һәм нейрореабилитация үтергә мөмкин булыуын һөйләне. Шулай уҡ унда аш һеңдереү ағзалары, тын алыу, һөйәк-мускул һәм нервы системаһы ауырыуҙары, эндокрин системаһы ауырыуҙары дауалана. Төбәк етәксеһе Радий Хәбиров дауалау кабинеттарын, ашхананы ҡараны һәм шифахана базаһында инвалидтарҙы һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙы реабилитациялау өсөн үҙәк булдырыу пландарын тикшерҙе. Бының өсөн шифахана корпустарының береһен реконструкциялау талап ителә. Һүҙ инвалидтар өсөн уңайлы мөхит булдырыу хаҡында бара, был пандустар булдырыуҙы, ишек уйымдарын киңәйтеүҙе, заманса лифттар ҡуйыуҙы талап итә. Бынан тыш, дауалау һәм диагностика ҡорамалдарын яңыртыу планлаштырыла. Башҡортостан Башлығы 2025 йылдың майынан махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәрҙе реабилитацияға ҡабул итергә, шулай уҡ шифахананың беренсе корпусын реконструкциялау буйынса проект-смета документацияһын әҙерләргә ҡушты. – Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыл

Шифахананың генераль директоры Фиял Байтирәков шифаханала кардио һәм нейрореабилитация үтергә мөмкин булыуын һөйләне. Шулай уҡ унда аш һеңдереү ағзалары, тын алыу, һөйәк-мускул һәм нервы системаһы ауырыуҙары, эндокрин системаһы ауырыуҙары дауалана. Төбәк етәксеһе Радий Хәбиров дауалау кабинеттарын, ашхананы ҡараны һәм шифахана базаһында инвалидтарҙы һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙы реабилитациялау өсөн үҙәк булдырыу пландарын тикшерҙе. Бының өсөн шифахана корпустарының береһен реконструкциялау талап ителә. Һүҙ инвалидтар өсөн уңайлы мөхит булдырыу хаҡында бара, был пандустар булдырыуҙы, ишек уйымдарын киңәйтеүҙе, заманса лифттар ҡуйыуҙы талап итә. Бынан тыш, дауалау һәм диагностика ҡорамалдарын яңыртыу планлаштырыла. Башҡортостан Башлығы 2025 йылдың майынан махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәрҙе реабилитацияға ҡабул итергә, шулай уҡ шифахананың беренсе корпусын реконструкциялау буйынса проект-смета документацияһын әҙерләргә ҡушты. – Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм ветерандар өсөн реабилитация үҙәге булдырырға теләйбеҙ. «Йәшел сауҡалыҡ» шифаханаһы ошондай мөмкинлектәргә эйә. Шул уҡ ваҡытта бында ремонт эштәрен башҡарырға, яңы ҡорамалдар һатып алырға кәрәк. Проектты әҙерләгәнсе һәм реконструкция үткәргәнсе ваҡыт үтеүе аңлашыла. Ә яугирҙәр хәҙер үк ярҙамға мохтаж. Шуға күрә май айында шифахана реабилитацияға мохтаж яугирҙәрҙе һәм ветерандарҙы ҡабул итә башлаясаҡ. Артабан шифаханабыҙҙы яңыртыуға тотонасаҡбыҙ, - тип һөйләне Радий Хәбиров журналистар менән әңгәмәлә. Сығанаҡ: https://vk.com/away.php?to=https%3A%2F%2Fglavarb.ru%2Fru%2Fnews%2Fevent%2Fna-baze-ufimskogo-sanatoriya-zelyonaya-roshcha-sozdadut-centr-reabilitacii-uchastnikov-svo-75096%2F&utf=1