Мәжит Ғафуриҙың мемориаль йорт-музейында Бөтә донъя театр көнө айҡанлы Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актрисаһы – республикабыҙҙың төп милли театрында 1980 – 1986 йылдарҙа М. Ғафуриҙың "Ҡара йөҙҙәр" повесы буйынса ҡуйылған спектаклдә Ғәлимә ролен башҡарған Башҡортостан һәм Татарстан республикаларының халыҡ, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Илсөйәр Ғәзетдинова менән осрашыу ойошторолдо. Ҡаланың 114-се мәктәбе уҡыусылары ҡатнашлығында үткән сарала тәүҙә музей хеҙмәткәрҙәре тарафынан "Ҡара йөҙҙәр" спектакле – Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының визит карточкаһы булараҡ" тигән темаға әңгәмә-лекция үткәрелеп, унда был тамашаның республикалағы төрлө театрҙарҙа ҡуйылыу тарихы, сәхнәгә ҡуйған режиссерҙар, ролдәрҙе башҡарған артистар, инсценировка авторҙары тураһында ентекле мәғлүмәт бирелде. Сараға саҡырылған абруйлы ҡунаҡ – Илсөйәр Ибраһим ҡыҙы Ғәзетдинова үҙе башҡарған Ғәлимә образының үҙенсәлектәре, был ролде әҙерләү барышындағы төрлө фәһе