Бройлерҙың иң киң таралған тоҡомдары – «КОББ-500» һәм «РОСС-308». Улар икеһе лә бик оҡшаш. Беренсеһенең аяғы ҡыҫҡараҡ, ә күкрәге киңерәк – түш ите күп сыға. «РОСС-308» тоҡомлоһы аяғының оҙыныраҡ булыуы һәм ауырыуҙарға сыҙамлыраҡ булыуы менән айырыла. Икеһе лә 45 көндә үҫеп етешә.25 көнлөк себеште алып үҫтереүе отошлораҡ. Беренсе ете көндә себештәр ҡырылырға мөмкин. Был инкубацион брак булып һанала. Әгәр ҙә ул өс проценттан артмаһа, бик яҡшы, уныһы ғына норма. Ә 25 көнлөктәрҙең инде сирлеһе ҡырылған, тейешле дарыуҙар һәм витаминдар эсерелгән була. Ҡарап тороуға уҡ уның сәләмәт булыуы күренә. Ҡаурыйҙары ялтырап тора, томшоғо һәм тәпәйҙәре аҡһыл-һарғылт. Кешеләр һап-һары тәпәйлегә ҡыҙыға. Ләкин был күрһәткес түгел. Күтәреп ҡарағанда, себештең ауырлығы беленергә тейеш. Кәүҙәһе кескенә булһа ла, ауыр булһын. Һүлпән булмаһындар, күҙҙәре емелдәп торһон.Себештәргә йылылыҡ һәм яҡтылыҡ, аҫтарының ҡоро булыуы кәрәк. Бесән, бысҡы онтағы, әпилкәгә караганда, юнысҡыла үҫтереүе һәйбәтерәк. Ул тиҙ дым