ӨДНТУ-ның Йәштәр туризмы үҙәге Вуз-ара студенттар кампусына күсте һәм эшмәкәрлеген киңәйтте. Бында Башҡортостандан һәм илдең башҡа төбәктәренән уҡыусылар һәм студенттар өсөн Вуз-ара студенттар кампусы буйлап экскурсия маршруттары әҙерләнә. Бөтә Рәсәй “Студтуризм” проектының фәнни-популяр йүнәлеше сиктәрендә Үҙәк республика ҡунаҡтарын Башҡортостан ғалимдарының ҡаҙаныштары, Евразия Фәнни-тикшеренеү үҙәгендә урынлашҡан лабораториялар һәм фәнни-белем биреү комплекстары менән таныштырыуҙы күҙ уңында тота. - Йыл һайын календарь планын раҫлайбыҙ һәм уның буйынса эшләйбеҙ, әммә ҡайһы берҙә студенттарҙың һорауҙары йәки инициативалары буйынса саралар һаны артып та китә. “Өфө тарихында – ҡатын-ҡыҙ”ҙан алып “Өфө - хеҙмәт батырлығы ҡалаһы” кеүек билдәле бер тематикаға бай ҡыҙыҡлы экскурсиялар ойошторола. Яңыраҡ килгән сит ил студенттарын илебеҙ һәм республикабыҙ мәҙәниәте һәм традициялары менән таныштырыусы турҙар бар, – тип һөйләне Йәштәр туризмы үҙәге етәксеһе, Туризм, ҡунаҡхана һәм ресторан сер
Фән һәм турист объекттары буйынса сәйәхәттәр башланды
28 марта 202528 мар 2025
2 мин