Мәҙинә һәм Эдик Ғәлимйәновтар 2006 йылдан алып туғыҙ бала өсөн бына тигән әсәй һәм атай, ярҙам һәм бәхет сығанағы. Уларҙың ғаилә тарихы 11 айлыҡ Вилдан тигән сабыйҙан башлана. Хәҙер инде ул – Өфө урман техникумы студенты. Аҙаҡ ғаиләгә өс бер туған апалы-һеңлеле Ксения, Алина һәм Карина ҡушыла, бер аҙҙан тағы бер Ксения, Павел, Тимофей, Дарья һәм Александра өҫтәлә. Һәр бала йортло булыуҙан тыш, ныҡлы, берҙәм ғаиләле булды. Ғәлимйәновтар бик күптәр өсөн өлгө булып тора. Балаларҙың ҡаҙаныштары тап шул хаҡта һөйләй. Ксения аграр университетта белем ала, Алина һәм Карина мәктәптә уҡый, кесерәктәре олимпиадаларҙа һәм спорт ярыштарында әүҙем ҡатнаша. Атайҙары Эдик Ғәлимйәнов балаларҙы ҡул эштәренә, төрлө һөнәрҙәргә өйрәтә. Оҫта ҡуллы хужабикә Мәҙинә балалар менән бергә бәйләй, аш-һыу әҙерләй. Ата-әсә ғаилә традицияларын һаҡларға, бер-береһенә хөрмәт тәрбиәләргә өйрәтә. Ғәлимйәновтар һәр баланың холоҡ-фиғелен, уй-хыялдарын иҫәпкә алып, йөрәктәренә тейешле тылсымлы асҡысты табырға тырыша. Улар