Бөгөн “Башинформ” мәғлүмәт агентлығында экологик акциялар, өмәләр уҙғарыуға арналған түңәрәк өҫтәл үткәрелде. Унда һүҙ Башҡортостанда үтәсәк “Рәсәй һыуы”, “Хәтер баҡсаһы” , “Йәшел Башҡортостан” һымаҡ күләмле акциялар тураһында барҙы. Бөтә Рәсәй “Бум батл” макулататура йыйыу акцияһы тураһында ла ентекле мәғлүмәттәр еткерелде. Журналистарҙың һорауҙарына Башҡортостандың урман хужалығы министры урынбаҫары Альберт Закиров, республиканың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры урынбаҫары Шамил Фәррәхов, Башҡортостандың торлаҡ-коммуналь хужалығы министры урынбаҫары Вилорий Угаров һәм Өфөнөң Торлаҡ-коммуналь хужалығы идаралығы начальнигы урынбаҫары Данил Ғәлиуллин яуап бирҙе. Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығы уңайынан урман фонды биләмәһендә ойоштороласаҡ ағас ултыртыу буйынса “Хәтер баҡсаһы” тип исемләнгән халыҡ-ара акция ла быйыл күләмле булмаҡсы. Бөйөк Ватан һуғышында, махсус хәрби операцияла һәләк булған яугирҙәрҙең иҫтәлеген мәңгеләштереүгә йүнәлтелгән был сара. Былтыр был акцияға ярашлы, урма