27 мартта Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ултырышында Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең 2024 йылға эшмәкәрлеге һөҙөмтәләре тураһында отчет тәҡдим ителде. Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров депутаттарҙың һорауҙарына ла яуап бирҙе. Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачевтың комментарийы: "Республика вакуумда үҫешмәй. Беҙ осраған саҡырыуҙар күп осраҡта тышҡы факторҙар менән бәйле. Ошо шарттарҙа республика идара итеү командаһының бурысы -проблемаларҙы бөтөрөү, ресурстарҙы ҡайтанан бүлеү һәм үҫеш өсөн резервтар табыу. Отчет күрһәтеүенсә, 2024 йылда республика Хөкүмәте был бурысты уңышлы үтәгән. Эштең төп йүнәлештәренең береһе – махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеү. Үҫкән социаль йөкләмәләр ҙур бюджет сығымдарын талап итә. Бөтә йөкләмәләр ҙә уңышлы үтәлә, тип ҡәнәғәтлек менән билдәләйем. Хөкүмәт хатта ҡатмарлы осорҙа ла бында һәм хәҙер килеп тыуған көнү