Ураҙа байрамы алдынан фытыр саҙаҡаһы таратылырға тейеш. Уны өйөндә бер генә көнлөк һәм төнлөк ризығы булған мосолман да бирергә бурыслы. Бер хәҙистә: “Пәйғәмбәребеҙ фытыр саҙаҡаһы итеп бер сағ хөрмәне йәки бер сағ арпаны һәр мосолманға – ҡолға ла, азат кешегә лә, иргә лә, ҡатынға ла, олоға ла, кесегә лә – фарыз ҡылды”, – тиелгән (әл-Бохари йыйынтығынан). Фытырҙы Рамаҙан айы бөтөүгә бер-ике көн ҡалғас та өләшә башларға мөмкин. Хәҙистә бәйән ителеүенсә, пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт был саҙаҡа хаҡында: “Кемдер ғәйет намаҙынан алда тапшырып ҡуйһа, ул ҡабул булған зәкәт тип һаналыр, ә кемдер намаҙҙан һуң бирһә, ҡәҙимге саҙаҡа булыр”, – тигән (Әбү Дауыт һәм Ибн Мәджәһ йыйынтыҡтарынан). Тимәк, фытырҙы үҙ ваҡытында, йәғни ғәйет намаҙы тамамланғанға тиклем тапшырып өлгөрмәгән кеше, һуңлағаны өсөн тәүбә ҡылып, аҙаҡ, һуң булһа ла, биреп ҡуйырға тейеш. Саҙаҡа итеп урындағы халыҡ ашаған ниндәй булһа ла ризыҡты алырға мөмкин. Ҡайһы бер сәхәбәләр: “Пәйғәмбәр арабыҙҙа булған саҡта беҙ фытыр саҙаҡаһын бойҙай